Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында уҙғарған оператив кәңәшмәлә республикала инвалидтарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.
Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников, Башҡортостанда 250 мең самаһы инвалид йәшәй, уларҙың 20 меңдән ашыуы – балалар, тип билдәләне.
Инвалид балалар өсөн республика ҡалаларында һәм райондарында 18 филиалы булған биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй. 2024 йылда улар 11 618 баланы ҡабул иткән. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тағы 3 070 баланы 48 мең һумлыҡ сертификат ярҙамында 95 дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһында ҡабул иткәндәр. Йыл аҙағына тиклем барлығы 3 555 инвалид бала хеҙмәтләндереләсәк. Был сараны тормошҡа ашырыу өсөн финанс саралары төбәк бюджетынан бүленә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылдың октябрендә “Салют” республика реабилитация комплексы үҙ ишектәрен асты. Бында, реабилитация курстарынан тыш, балаларҙы яраҡлаштырылған белем биреү программалары буйынса уҡыталар, медицина хеҙмәттәре күрһәтелә. “Салют” комплексы йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтләндерәсәк.
Оло йәштәгеләр өсөн дә сертификаттар ҡаралған. Уның хаҡы – 52 500 һум. Йыл һайын республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге уларҙы 1 715 мохтаж кешегә тапшыра. Сертификатҡа эйә булыусылар уларҙы республиканың реабилитация хеҙмәттәре күрһәткән 24 дәүләткә ҡарамаған ойошмаһында файҙалана ала.
Бынан тыш, республикала торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы ай һайын компенсациялау, шәхси йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һум күләмендә сертификат, инвалид баланы, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған балаларҙы ла, ҡарау өсөн пособие түләү, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам кеүек социаль ярҙам саралары күрһәтелә.
Башҡортостанда инвалидтарҙың мәшғүллегенә ҙур иғтибар бүленә, тип өҫтәне Юрий Мельников. Һүҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн эш биреүселәрҙе дәртләндереү, республикала файҙалы көндөҙгө мәшғүллек үҙәктәре булдырыу хаҡында бара. Атап әйткәндә, эш урындарын квоталаштырыу һөҙөмтәһендә 6,2 мең кеше эш менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылына йомғаҡ яһау кәрәклеген билдәләне. Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика Хөкүмәтенә 2024 йылдың аҙағына тиклем 2025 йылдың ғинуарында старт аласаҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылының тематик саралары тураһындағы ҡарарҙы раҫларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.