Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты. Белеүебеҙсә, был матур байрам ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. Радий Фәрит улы республикала йәшәгән бер төркөм әсәләргә дәүләт наградаларын – “Атай-әсәй ҡаһарманлығы” һәм “Әсәлек даны” миҙалдарын – тапшырҙы.
- Барығыҙға ла яратҡан йөрәгегеҙ, хәстәрле ҡулдарығыҙ, күңел йылыһы һәм туҡтауһыҙ хәстәрлек өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Бигерәк тә күп балалы һәм баланы тәрбиәгә алған, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән әсәйҙәргә айырыуса рәхмәт. Хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әсәйҙәре алдында баш эйәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. – Залда күп кенә таныш йөҙҙәрҙе күрәм. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шул иҫәптән һәләк булған егеттәр, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары әсәйҙәрен күрәм. Тағы бер тапҡыр һеҙгә республика исеменән шундай улдар тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерәм.
Башҡортостанда 59 мең күп балалы әсәй йәшәй. Был йәһәттән беҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә етенсе урынды биләйбеҙ. Сирек быуат эсендә “Әсәлек даны” миҙалы менән туғыҙ меңдән ашыу әсә наградланған. Күптән түгел, октябрҙә, Башҡортостандағы һигеҙенсе әсә - Рәсәй Президенты Указы тарафынан Көйөргәҙе районынан Фаягөл Абдуллина - “Герой-Әсә” исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостанда әсәлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу дауам итә: балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары, спорт үҙәктәре төҙөлә һәм башҡа эштәр атҡарыла. Быларҙың барыһы ла балаларҙың яҡшы шарттарҙа үҫеүе, әсәйҙәрҙең бала бағыуы өсөн эшләнә.
Фотолар: “Башинформ”.