Социаль мәсьәлә
22 Ноябрь 2024, 14:00

Ете балаң ете яҡтан “әсәй” тип өндәшһә, был бәхеткә тағы ни етә?!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан, Өфө ҡалаһы Октябрь районының Нуғай ауылында йәшәгән Гөлшат Кәрим ҡыҙы Имелбаева – ете бала әсәһе.

Ете балаң ете яҡтан “әсәй” тип өндәшһә, был бәхеткә тағы ни етә?!Ете балаң ете яҡтан “әсәй” тип өндәшһә, был бәхеткә тағы ни етә?!
Ете балаң ете яҡтан “әсәй” тип өндәшһә, был бәхеткә тағы ни етә?!

Гөлшат Имелбаева – осло ҡәләм оҫтаһы, һәләтле уҡытыусы ғына түгел, ул ете бала әсәһе һәм һөйөклө ҡатын да.

Бала саҡтан яҙышып, "йәш хәбәрсе" исеменә лайыҡ булып, Башҡорт дәүләт унверситетының  журналистика факультетын тамамлаған. Башта мәктәптә, аҙаҡ  "Ейәнсура таңдары" гәзитендә хеҙмәт иткән. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған һәм өләсәһенең үтенесе буйынса Башҡорт Самаҙыһы ауылында йәшәгәндәр. Ул – Үҫәргән ырыуының ғорур ҡыҙы. Юғары уҡыу йортонда II курста белем алғанда Самат Сәғит улы менән ғаилә ҡорғандар. Диплом алғанда уның ҡулында ике балаһы булған. Ауыл хужалығы белгесе булған ире менән районға йәшәргә ҡайтҡандар.
Самат Имелбаев – “А7 Агро” ойошмаһының Ейәнсура районындағы филиалы етәксеһе, өлгөлө ғаилә башлығы. Ул  “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған, “Атайлыҡ даны” конкурсында еңеп сыҡҡан. Ҡатыны Гөлшат Кәрим ҡыҙы менән утыҙ йылдан ашыу бергә ғүмер кисерәләр.

- Тормошомда һөйөнөслө-көйөнөслө, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғалар күп булды. Шатлыҡлы мәлдәрҙе сабыр ғына үткәрһәм, ауыр мәлдәрҙе, ни тиклем ауыр булыуына ҡарамаҫтан, сәмләнеп, ең һыҙғанып йәшәнем. Тормош иптәшем, ете балам янымда иҫән-һау булғанда бер ниндәй ҙә бәлә мине йыға алмаҫын яҡшы аңлайым, - тип күп балалы әсә.

Гөлшат Кәрим ҡыҙы тулы тормош менән йәшәргә ярата. Балалары бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, Ейәнсура район гәзитенә эшкә төшкән, 10 йыллап - реклама бүлеге мөдире, шул уҡ ваҡытта Үрген ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе булған. Бик күп саралар ойошторған, сценарийҙар яҙған. Шуларҙың бер нисәүһе: ауылдары менән республика күләмендә үткән “Айыҡ ауыл-2019” конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр һәм, иң беренселәрҙән булып, гран-при яулап, штандартты районға алып ҡайтҡандар. Шулай уҡ район тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан, район кимәлендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнаған. Шул уҡ ваҡытта, ауылда йәшәгәс, донъя ла көткән, ҡатын-ҡыҙҙарға йөкмәтелгән бөтә бурыстарҙы үтәүҙән тыш, крәҫтиән (фермер) хужалығын етәкләгән – һөттө махсус һауыттарға тултырып район магазиндарына һәм Мәләүез һөт комбинатына тапшырған.

Әле Гөлшат Кәрим ҡыҙы – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында идара итеүҙең документтар менән тәьмин итеү бүлеге белгесе.

Гөлшат менән Самат Имелбаевтар ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Зөбәржәт Самат ҡыҙы Мирғәзиева-Имелбаева, БДМУ-ны тамамлап, Перинаталь үҙәктә неонатолог булып эшләй. Денис Зөфәр улы менән Асель һәм Диана исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

Улдары Салауат менән Азат - эшҡыуарҙар. Икеһе лә хәйриә эше менән шөғөлләнә.

Ҡыҙҙары Йәнгүзәл, БДМУ-ның стоматология бүлеген тамамлап, балалар теш табибы булып эшләй.
Кәмилә – студентка, экономист һөнәрен үҙләштерә. Айһылыу - 11-селә, Айгөл 9-сы класта белем ала.

Әйткәндәй, Гөлшат менән Самат Имелбаевтар Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған, тәүге ауазын Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында һалған Насир Басир улы Нафиҡов һәм Бөйөк Ватан һуғышында Украина ерендә ятып ҡалған ҡарт ҡартаталары Хоббулла Заһитулла улы менән ошо уҡ яу юлын үтеп ҡайтып, колхозда хаҡлы ялға сыҡҡансы тир түккән Сәғиҙулла Хоббулла улы Имелбаевтар рухына бағышланған сара үткәргәндәр.

Гөлшат Кәрим ҡыҙы һәм башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: Гөлшат Имелбаеваның шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас