Социаль мәсьәлә
23 Ноября 2024, 13:00

Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Яңауыл ҡалаһында йәшәгән Алһыу Риф ҡыҙы Рәхмәтуллина – алты бала әсәһе.

Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһеҒаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе

Алһыу Риф ҡыҙы Яңауыл ҡалаһында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Сарапул ҡалаһындағы техникумда һөнәри белем ала һәм тыуған ҡалаһына ҡайтып, район хакимиәтенең йәштәр бүлегендә эш башлай. Бер ыңғай ситтән тороп юғары белем дә ала.

Был ваҡытҡа инде ғаиләле булып өлгөргән Алһыу Риф ҡыҙы үҙ донъяһын, балаларын бағып та, эшләп тә өлгөрә. Артабан тырыш белгесте райондың ЗАГС бүлегенә эшкә саҡыралар. Бөгөнгәсә ул – ошо яуаплы һәм мөһим бүлек хеҙмәткәре, әммә әлегә бәләкәй сабыйы менән декрет ялында.

Үрҙә яҙып үтеүебеҙсә, Рәхмәтуллиндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Руслан Самат улы Яңауылдағы “Тулҡын” бассейнында директорҙың йөҙөү спорты төрҙәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Атайҙарының спортҡа һөйөүе улдарына ла бирелгән. Үҙ мәлендә өлкән улдары Малик менән Джазил йөҙөү спорты менән шөғөлләнә. Мәктәптә уҡыған осорҙа белем усағының данын яҡлап, саңғы, йөҙөү ярыштарында даими ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай улар. Әлеге ваҡытта Маликҡа 21 йәш, ул – Санкт-Петербург ҡалаһындағы хәрби-медицина академияһы студенты. Икенсе улдары Джазилгә – 17 йәш, ул колледжда уҡый. Өсөнсө улдары Әсхәткә – һигеҙ йәш, уҡыуҙан тыш, музыка мәктәбендә шөғөлләнә, ул да йөҙөү спорты менән мауыға. Мөслимгә – биш, Ғәлимгә – өс йәш. Улар балалар баҡсаһына йөрөй. Мөслим һүрәт төшөрөргә ярата, ошо шөғөл буйынса түңәрәккә бик ихлас йөрөй. Ғаиләнең көтөп алған шатлығы – бер йәшлек Аделия. Ул әлегә әсәһе менән өйҙә ултыра.

Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, үҙ-ара дуҫ-татыу булыу, балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеп үҫтереү тәүге урынға ҡуйыла. Һәр эшкә дәррәү рәүештә бергәләп тотоналар, хатта бәләкәстәр ҙә ситтә ҡалмай. Бер үк ваҡытта уларҙың һәләттәрен асыуға, төрлө яҡлап үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирә атай менән әсәй.

Тағы ла был ғаиләгә матур бер күренеш хас: улар өлкән быуын – өләсәй-олатайҙар, бер туғандар менән ныҡ аралашып йәшәй. “Һәр ваҡыт бергәбеҙ. Балаларыбыҙ өләсәй-ҡартатай йылыһын тойоп үҫә, шуға ҡыуанабыҙ”, – ти Рәхмәтуллиндар.

– Балаларыбыҙ күп буласаҡ, тип алдан план ҡорманыҡ. Тимәк, шулай булырға тейеш булған. Ҡыҙ бала һөйөү теләге лә бар ине. Ниһайәт, был бәхеткә лә ирештек, Аллаға шөкөр, - ти бәхетле әсә Алһыу. ­– Ғаиләм – минең терәгем, таянысым, тормошомдоң мәғәнәһе һәм ғорурлығы. Беҙ бер команда кеүек. Балаларыма ҡарайым да ҡыуанам, уларҙың тормоштан уңып, лайыҡлы йәшәүен, ысын кеше булыуын теләйем.

Бәхетле әсәнең изге теләктәре тормошҡа ашһын. Рәхмәтуллиндарҙың берҙәм, татыу, матур  ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, тик уңыштар ғына теләйбеҙ! Ә һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар, Әсә көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан Алһыу Риф ҡыҙы Рәхмәтуллина өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар: Рәхмәтуллиндар ғаиләһенең шәхси архивынан.

 

 

Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Ғаиләм – терәгем, балаларым – тормошомдоң мәғәнәһе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас