Социаль мәсьәлә
23 Ноябрь 2024, 12:00

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы Сәхәүетдинова – алты ҡыҙ әсәһе. Сығышы менән ул -  Бөрйән районының Байназар ауылынан.

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!

Һәр кем яҙмышын үҙе яҙа, тиҙәр. Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы йәшлек йылдарында, Альберт Кәбир улы менән Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда танышып, филология факультетында бер төркөмдә уҡып, өйләнешкәндәр.1990 йылда ике диплом, ике бала менән йүнәлтмә буйынса Ҡыйғы районының Алағуҙ урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлағандар.

1990 йылда район үҙәгенә күсеп, Альберт Кәбир улы - район эске эштәре бүлегенә, Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы СПТУ-115-се махсус һөнәрселек училищеһына эшкә төшкән.
Ғәиләләрендә бер-бер артлы алты ҡыҙ бала тыуып, ошонда йорт төҙөп, төпләнгәндәр.
Хәҙерге көндә ҡыҙҙарҙың ололары - Элина, Элиза, Әлиә - һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Элина Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, ике бала әсәһе. Элиза - өс бала әсәһе, әлеге ваҡытта декрет ялында. Әлиә Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, хәҙер аш-һыу индустрияһында менеджер, ике бала әсәһе. Алһыу М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, магистратурала белем ала, Камилла - Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. Бәләкәстәре Карина – 10-сы класс уҡыусыһы.

Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙына шулай уҡ ҡарауһыҙ ҡалған, үҙенең төркөмөнә уҡырға килгән ир баланы ла ҡарап үҫтереп, тормош юлына баҫтырырға тура килгән. Хәҙер Рәмис улдары – ике бала атаһы.

“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” билдәһенә лайыҡ булған Сәхәүетдиновтарҙың барлығы ете ейән-ейәнсәре бар.

Күп балалы әсә үҙе Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалында етәксе булып эшләй. Районда  ниндәй йәмәғәт ойошмалары бар – йәмәғәт палатаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ҡоролтай, ағинәйҙәр ойошмаһы - барыһында ла вәкил.

Һәр йәһәттән әүҙем, тырыш Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы һәм һәм башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67349ed8ee6d..

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: Таңһылыу Сәхәүетдинованың шәхси архивынан.

 

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын ул!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас