

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторҙары менән муниципалитеттар етәкселәренең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары берлектә эшләй. Өфөләге семинар-кәңәшмә ошо вазифаларҙы биләүселәрҙе һәм республика министрлыҡтары вәкилдәрен бергә йыйҙы.
– Үткән йылда социаль координаторҙар өсөн уҡыуҙар үткәргәйнек. Быйыл уларҙы урынбаҫарҙар менән бергә йыйҙыҡ, сөнки улар тығыҙ бәйләнештә эшләй. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының вәкәләттәре ай һайын киңәйә бара. Элек МХО ветерандары һәм һәләк булған геройҙар ғаиләләре менән эшләһәк, хәҙер хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла эҙләшәбеҙ, ДНК алабыҙ. Фондтың филиалдарында Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә эшләйәсәк, шуға ла яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәт итә ала, – тип асыҡланы “Ватанды һаҡлаусылар”ҙың Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Һөйләшеү бик етди барҙы, ә иң мөһиме – киләһе йылдағы эштәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләргә ярҙам итте. 2025 йыл БР Башлығы Радий Хәбиров указы менән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителде.
– Бөгөнгә иң төп һорауҙарҙың береһе – был хаҡта президент та, республика етәксеһе лә әйтә килә, – ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Бынан да мөһимерәк мәсьәлә юҡ. Эште координациялау хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙарының иңенә ята. Мәсьәләләрҙең нисек тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл ителеүе социаль координаторҙар менән бергә нисек эшләүегеҙҙән тора. Дәүләт фонды инде йыл ярым эшләй, әммә хоҡуҡи нормалар яғынан ҡамасаулыҡ тыуҙырған һорауҙар килеп сығыуы менән осрашып торабыҙ, был мәлендә үк эште һөҙөмтәле итеп башҡарыуға ҡамасаулай. Ундай саҡта инде шәхсән эш итергә тура килә, – тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән эш нисек ҡоролған, ниндәй проблемалар бар, киләһе йылға нимәләр эшләргә ниәтләнә – шул хаҡта төплө һөйләне.
Артур Ғайназаров – Учалы районынан социаль координатор. Ул үҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, контузия алыу һөҙөмтәһендә реабилитация үткән.
– Унда кире барғым килгәйне, әммә йәшем арыу уҡ – инде 60 булғас, ризалашманылар, бында кәрәгерәкһең, тинеләр. Шулай итеп социаль координатор булдып киттем, психологҡа уҡып сыҡтым, – тип һөйләй ул. – Төп бурысыбыҙ – МХО-ла ҡатнашыусыларға, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, инвалидлыҡ алған ветерандарға ярҙам итеү. Ялға ҡайтҡан егеттәр менән дә эшләйбеҙ. Йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше менән аралашабыҙ. Госпиталгә урынлаштырабыҙ, протездар алыуҙа ярҙам итәбеҙ. Күптән түгел ветеран Вадим Емельянов ҡул менән идара итә торған автомобилгә эйә булды. Әлбиттә, яугирҙәрҙе йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҡатнаштырырға ла тырышабыҙ, – ти Артур Ғайназаров.
Семинар аҙағында МХО яугирҙәренә һәм ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия менән “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы, шулай уҡ филиал менән мәҙәниәт министрлығы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Бынан тыш, эштә айырым уңыштарға өлгәшкән урынбаҫарҙар менән социаль координаторҙарға бүләктәр тапшырылды.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/obshchestvo/2024-11-22/pomosch-po-vsem-frontam-4020802
Альберт Заһиров фотолары.