Социаль мәсьәлә
23 Ноябрь 2024, 10:00

Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә  арналған конкурста ҡатнашҡан Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы Арсаева – дүрт бала әсәһе. Уның тормош иптәше Фәнил ағай гәзит хәбәрсеһе була. Бер ваҡыт яҙмыш елдәре уны Бөрйән яҡтарына илтә...

Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкәнҠыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән

Менәүәрә менән Фәнил Арсаевтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала үҫкән. Фәнил ағай гәзит хәбәрсеһе була. Бер ваҡыт яҙмыш елдәре уны Бөрйән яҡтарына илтә. Тап ошо райондың Ҡыпсаҡ ауылында ул Менәүәрә исемле бик матур ҡыҙға ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешә, Асҡын районының Башҡортостан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Алыҫ яҡтан килеп, ауыл кибетендә һатыусы булып эшләгән киленде бик тиҙ үҙ итәләр, хөрмәт итәләр. Әйткәндәй, башҡа ғаиләләрҙән айырмалы, улар киң матбуғат баҫмаларын ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙҙырып уҡыр булған.

“Атайым республикала сыҡҡан бихисап гәзит-журнал алдырыр ине. Беҙ “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”), “Пионер” (“Аманат”), “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “Йәшлек” кеүек гәзит һәм журналдарҙы уҡып үҫтек. Татарстанда сыҡҡан киң матбуғат сараларын да яҙҙырып ала инек. Өйөбөҙҙә әҙәби, шулай уҡ әкиәт китаптары күп булды, – тип һөйләне күп балалы әсәнең ҡыҙы Зөһрә.

Республикабыҙ исемен йөрөткән ауылда йәшәгән, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, ауылдаштары хөрмәтен яулаған Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы һәм башҡа әсәйҙәр өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм байрам айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ.

Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399-104965500#poll67349ed8ee6d..

Иң күп тауыш йыйған өс әсәйгә стилист Лилиә Мәхмүтованан шәп бүләктәр әҙерләнек!
1-се урын яулаусыға – белгес оҙатыуында магазинға барып, үҙеңә килешле кейем һайлау
2-се урын – стилист ярҙамында булған кейемеңдең килешлеһен һайлап алыу
3-сө урын – башҡорт телендә стиль тураһындағы марафонға сертификат
Шулай уҡ тәүге 5 урынды яулаған әсәйҙәр тураһында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Конкурс 23 ноябргә тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, еңеүселәр асыҡланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: Менәүәрә Арсаеваның шәхси архивынан.

 

Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Ҡыпсаҡтан Башҡортостанға килен булып төшкән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас