«Рәсәй-1» телеканалында Башҡортостандан Вервельский-Вәлиевтар ғаиләһенең тарихы күрһәтелде. Ирина менән Вәхит 29 баланы ҡарауға алған. Балаларҙың күбеһе инде бәлиғ булған, йәғни үҙаллы йәшәй. Тапшырыуға төшөү өсөн Мәскәүгә әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән ғаилә башлығы Вәхит Вәлиев тә килгән. Бынан тыш, бөгөн уның балаларының икәүһе – МХО-ла.
«Беҙҙекеләр – әсәлек көсө!» программаһы геройҙары Вервельский-Вәлиевтар тураһында тапшырыу 22 һәм 23 ноябрҙә күрһәтелде.
Вервельский-Вәлиевтар Благовещенда йәшәй. Ирина менән Вәхиттең ғаилә тарихын Башҡортостанда күптәр ишетеп беләләр. 2021 йылда ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Награда балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштар һәм ижтимағи тормоштағы әүҙемлек өсөн тапшырыла.
2023 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещенда Вервельский-Вәлиевтарҙы барып күрҙе. Эш сәфәре барышында ул аҫрауға алған балалар дәүләттән алған яңы фатирҙарҙа ла булды.
Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.