Социаль мәсьәлә
24 Ноябрь 2024, 15:00

Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?

Был һылыу, йөҙөнән йылмайыу китмәгән тыныс холоҡло ҡатындың күп балалы әсә булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һигеҙ баланы тәрбиәләп үҫтереүҙе ул тормошондағы иң  ҙур шатлыҡ тип иҫәпләй. Земфира Мәсғүт ҡыҙы Рәжәпова Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәй.

Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?

Был һылыу, йөҙөнән йылмайыу китмәгән тыныс холоҡло ҡатындың күп балалы әсә булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һигеҙ баланы тәрбиәләп үҫтереүҙе ул тормошондағы иң  ҙур шатлыҡ тип иҫәпләй. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған, Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста әүҙем ҡатнашҡан, өсөнсө урын яулаған Земфира Мәсғүт ҡыҙы Рәжәпова Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Ире Биктимер Рәжәпов менән Сибай педагогия колледжында белем алғанда  таныша. Ике йәш йөрәк араһында  һөйөү уты ҡабына, шуға күрә уҡыуҙы тамамлағас та өйләнешәләр. Йәштәр бынан ике тиҫтә йыл элек Крепостной Йылайыр ауылында тормош юлын башлай. Биктимер алған белеме буйынса урындағы мәктәпкә эшкә урынлаша. Йәш ғаиләгә йәм һәм нур өҫтәп, бер-бер артлы Тимур һәм Ғәзинур исемле улдары донъяға килә.

Тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк төбәк бармы икән?! Биктимер Рәжәповтың да күңеле тыуған төбәгенә - ауылы Сыңғыҙға – тартыла, шуға күрә ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн Беренсе Этҡол мәктәбендә эшләй башлай. Өҫтәүенә 2009 йылда, Хөкүмәт тарафынан йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ярҙам программаһын файҙаланып, үҙ йортло булалар. Рәжәповтарҙың был бәхетле тормошона тағы йәм өҫтәп, өсөнсө улдары Динислам доньяға килә. Биктимер ҙә 2012 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлә: ағас эшкәртеү эшен аса.

Йәш ғаиләлә бер-бер артлы улдары Баязит, Ильяс, Ибраһим һәм ҡыҙҙары  Эльмира, Гүзәлиә тыуа. Уңған әсә Земфира Мәсғүт ҡыҙы Сибай педагогия колледжында башланғыс класстар уҡытыусыһы һөнәрен ала. Ҡура тулы һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт, баҡса булғас, эш тә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек. Әммә ҡатын барыһына ла өлгөрә, ишле ғаиләгә  тәмле итеп аш-һыу әҙерләү кеүек эште лә барлыҡ күңелен һалып башҡара. Земфира иренә  заказдарҙы йыйыу кеүек эштәрҙе атҡара, ярҙам итә. Ул иренең – ныҡлы терәк-таянысы.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Тырыштыпар таш ярыр тип тә өҫтәйҙәр. Балалар ҙа ата-әсәһе кеүек эшкә бөтмөр. Өлкән улдары Тимур, яғыулыҡ-энергетика колледжында белем алып, хәҙер атаһының төп ярҙамсыһы. Ғәзинур иһә ошо белем усағында, Динислам, Баязит, Ильяс һәм Эльмира Сыңғыҙ мәктәбендә уҡый. Балалар спорт менән дуҫ. Бәләкәстәре Ибраһим һәм Гүзәлиә балалар баҡсаһына йөрөй. 

- Эргәмдә һәр ваҡыт аңлап, яҡлап торған хәләлем, балаларым булғанға, бергәләп барыһын да еңеп сығып киләбеҙ. Ҡәлғәң булғане ғаиләң, яратҡан шөғөлөң, яҡындарыңдың иҫән-һау булыуы – шулдыр инде бәхет сере, - ти күп балалы әсә.

Фотолар: Земфира Рәжәпованың шәхси архивынан.

Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Һигеҙ балалы әсәнең бәхет сере ниҙә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас