Социаль мәсьәлә
27 Ноябрь 2024, 18:05

Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!

 Беҙҙең йөрәктәр бергә тибә...

Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!
Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!

Дүртөйлө районы халҡы, эшҡыуарҙары әҙерләгән гуманитар йөк махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарына алып барып тапшырылды. Был ылауҙы район хакимиәте башлығы Риф Йосопов үҙе оҙатып барҙы.

– Ихлас һәм тәрән ихтирам менән махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарыбыҙҙан гуманитар ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙҙең ярҙам улар өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр генә түгел, ә уларҙың яңғыҙ түгеллеген, тыуған ерендәге кешеләрҙең улар тураһында борсолоуын һәм уйлауын иҫкә төшөрөүе мөһим булды.

Яугирҙәребеҙ гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарға ихлас сәләм һәм рәхмәт белдерҙе. Һәр ҡумта, һәр посылка ауыр ваҡытта хәстәрлек һәм берҙәмлек символы булып тора. Был рухи кәйефте һәм яҡшылыҡҡа ышанысты һаҡлау өсөн бик мөһим.

Яҡташтарыбыҙҙың рәхмәт һүҙҙәре – ситтә ҡалмаған һәм кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ күрһәткән һәр кемдең берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһе. Бергәләп беҙ бөтәһенә лә кәрәкле мөхәббәт һәм хәстәрлек мөхитен булдырабыҙ, – тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты Риф Йосопов.

"Дүртөйлөләр яҡташтарына "УАЗ" (буханка) автомобиле, коляскалы ике мотоцикл, квадрокоптер, тәгәрмәсле мискә-мунса, төҙөлөш материалдары, маскировкалау селтәрҙәре, яугирҙәргә шәхси посылкалар һәм фронтта кәрәкле башҡа бихисап әйберҙәр "Башҡортостан" 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға барып етте. Был юлы ылауҙы Дүртөйлө районы халҡы туплаған. Адреслы ярҙам йыйыуҙа Хөснөтдинов крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илшат Әнис улы Хөснөтдинов, Һауа-десант ғәсҡәрҙәре ветераны, ирекмән Динар Дамир улы Ильясов, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы, водитель Рузил Лив улы Әғзәмов әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар ылауҙы МХО биләмәһенә район башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов шәхсән оҙатып килде. Яугирҙәргә ярҙам һәм иғтибарығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ысынлап та, еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең йөрәктәр бергә тибә. Фронт менән тыл берҙәмлеге Еңеү нигеҙе", - тип хәбәр итте "Журналист" позывнойлы яугир.

Фото: https://t.me/RifYusupov0408/7217

Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!
Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!
Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!
Ауыр ваҡытта кеше булып ҡалыу мөһим!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас