Социаль мәсьәлә
30 Ноябрь 2024, 10:45

“Оазис” юл буйы комплексы асыла

30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещенда “Оазис” юл буйы сервис комплексын ҡараны, уны республика хөкүмәте ярҙамында урындағы эшҡыуар Владимир Когай төҙөй.

“Оазис” юл буйы комплексы асыла“Оазис” юл буйы комплексы асыла
“Оазис” юл буйы комплексы асыла

2025 йылда Өфө – Бөрө - Яңауыл трассаһында заманса юл буйы комплексы асыла.

30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещенда “Оазис” юл буйы сервис комплексын ҡараны, уны республика хөкүмәте ярҙамында урындағы эшҡыуар Владимир Когай төҙөй. Бизнесмен шулай уҡ 20 йылдан ашыу кулинар, кондитер һәм икмәк-ҡалас изделиеларының киң ассортиментын сығарған «Благовещен икмәге» компанияһын ойоштороусы булып тора.

2023 йылдың авгусында Благовещен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы компания эшмәкәрлеге менән танышып, Владимир Когай менән бизнесты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшергәйне. Эштең яңы йүнәлештәренең береһе булып юл буйы сервисы тора. 2022 йылда эшҡыуар Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһында «Оазис» кафеһын төҙөй башлай. Проектҡа инвестициялар күләме 49 миллион һум тәшкил итә. Республика инвесторға ер участкаһын һайлап алыуҙа һәм рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтте. 2024 йылдың ноябрендә майҙансыҡта төҙөлөш-монтаж эштәре һәм эске биҙәкләү эштәре тамамлана, шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла. 730 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы кафе 92 кешегә тиклем һыйҙыра аласаҡ. Учреждениены 2025 йылда асыу планлаштырыла.

 Радий Хәбиров юл буйы комплексы эшенең үҙенсәлектәре һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр менән танышты. Владимир Когай учреждениеның башҡорт милли символикаһын ҡулланып биҙәлеүе тураһында һөйләне. Ә эргә-тирәлә ял итеү зонаһы булдырыла, беседкала күҙәтеү майҙансығы йыһазландырыла. Бынан тыш, кафе янында эшҡыуар урындағы халыҡ һыу алған шишмәне төҙөкләндерә.

Башҡортостан Башлығы яңы объектты юғары баһаланы һәм журналистар менән әңгәмәлә төбәк биләмәһендә заманса комплекстар селтәрен үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

 - Беҙҙә автомобиль туризмының мөһим элементына әүерелгән юл буйы сервисын үҫтереү программаһы бар, – тине Радий Хәбиров. - Республика халҡы һәм ҡунаҡтары ғаиләләре менән Башҡортостандың ҡыҙыҡлы тәбиғәт һәм тарихи объекттарына күп сәйәхәт итә. Трассалар буйлап заманса юл буйы комплекстары барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы. Тағы бер нисә йыл шул уҡ темпта эшләргә кәрәк.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/186815.html

 

“Оазис” юл буйы комплексы асыла
“Оазис” юл буйы комплексы асыла
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас