Социаль мәсьәлә
3 Декабрь 2024, 13:40

Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә

Учалы ҡыҙы Әлмирә Ғәликәеваның ғүмеренең байтаҡ өлөшө инвалидлыҡ креслоһында үтә. Ул тиҙҙән аяҡҡа баҫырына ныҡлы ышана. Ошо ышанысы көн-төн бәйләм бәйләп һатырға көс-дәрт бирә.

Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшәИнвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә

– Ҡурған ҡалаһындағы Илизаров үҙәгенә саҡырыу килде. Яңы йылдан һуң барырға тейешмен. Унда быға тиклем дә дауаланыу курсы үткәнем булды, файҙаһын тоям, аяҡтарымда көс арта башланы. Хыялым тормошҡа ашыр ҙа атлап китермен, тип ышанам, – тине "Башҡортостан" гәзитенә Әлмирә.

Һаулығына бәйле бөтә бәлә умыртҡа һөйәгенең йәрәхәтләнеүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Атай-әсәйе мәрхүм булғас, бер туған һеңлеһенең ғаиләһе төп терәгенә әүерелгән. Яҡындарының ҡайтыуына хәленән килгән тиклем өй эштәрен башҡара, балаларҙы ҡараша.

Буш ваҡытында ҡулына бәйләмен ала. Йылы кофталар, модалы баш кейемдәре, бейәләйҙәр, сабыйҙарға сағыу комбинезондар – йәнең теләгән әйберҙе бәйләп бирә ала Әлмирә. Ҡул эшенең йылыһын бер тапҡыр тойған кешеләр уға ҡабат-ҡабат заказдар биреп тора.

– Бәйләм бәйләү минең өсөн хобби түгел, ә аҡса эшләү ысулы. Тәүге йылдарҙа түшәктә генә яттым, ултыра ла алманым. Шунда ла күп итеп тапочкалар бәйләнем, уларҙы әхирәтем Әлфиә һатышып бирҙе. Кешеләргә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғым килмәй, шул уй миңә бирешмәҫкә ярҙам итә, алға этәрә, – ти көслө рухлы Учалы һылыуы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 3 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Уның маҡсаты – эргәбеҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүен иҫкә төшөрөү, башҡаларға ҡарағанда уларға ауырыраҡ булыуын иҫкәртеү. Беҙҙең бурыс – уларға иғтибар бүлеү, һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итеү.

Фото: Әлмирә Ғәликәеваның шәхси альбомынан.

Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Инвалидлыҡҡа ҡаршы энәләр менән көрәшә
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас