Социаль мәсьәлә
4 Декабрь 2024, 12:15

Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ

Йәшәүгә ынтылыштары һоҡландыра. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала...

Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙУларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ
Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ

Ҡырмыҫҡалы районында физкультура, спорт менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ. Өҫтәүенә, быға төбәктең баш ҡаланан алыҫта урынлашмауы ла булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Мәҫәлән, йыш ҡына Өфөлә үткәрелгән республика ярыштарында ҡатнашыу өсөн әллә ни алыҫҡа йөрөйһө түгел. Тағы иң мөһиме – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бүлә. Ә был иһә тармаҡтың үҫешенә, халыҡтың төрлө спорт төрҙәренә, сәләмәт тормошҡа йәлеп ителеүгә килтерә.

Ҡырмыҫҡалыларҙың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы булған спортсылар байтаҡ бында. Терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланғандар – пауэрлифтинг буйынса ил күләмендә алдынғы урындарҙы яулаған Марат Хәсәнов, билбау көрәше буйынса чемпион Артур Зөлҡәрнәев, йүгереү буйынса иң яҡшыларҙың береһе Миңлеғәле Абдуллин, тхэквондо буйынса Рәсәй, республика беренселектәрендә еңеп сыҡҡан Яна Балашова һәм башҡалар район данын сит бүтән төбәктәргә лә тарата. Тағы ҡырмыҫҡалыларҙың мини-футбол, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ҡаҙаныштары ла бихисап.

Күптән түгел районда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт фестивале үткәрелде. Әйткәндәй, был сара төбәктә йыл һайын ойошторола һәм ул Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арнала. Өҫтәл теннисы, шашка, дартс, электрон ҡоралдан атыу кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡандар. Өҫтәүенә, Башҡортостандың “Ватан һаҡсылары” йыйылма командаһы ағзаһы Әлмирә Үлмәҫҡолова ултырған килеш волейбол уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Төрлө ауырлыҡ үлсәмдәрендә Галина Веревкина, Рәсимә Вәлиева, Илшат Вәлиев, Эльвира Ғайсина, Радмир Ғайсин, Гүзәл Ибраһимова, Нәйлә Ғәләүетдинова, Людмила Таченкина (барыһы ла Прибельский ауылынан), Алексей Антипин (Ҡамышлы), Владимир Захаров (Сихонкин), Әлмир Үлмәҫҡолов (Яңы Ҡыйышҡы), Алексей Ковалев (Бекетов), Илүзә Бәширова (Олокүл) еңеүселәр һәм призерҙар булған. Ветерандарға һәм инвалидтарға ярҙам итеү фонды (етәксеһе – Рөстәм Әминев) бүләктәр биргән, Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте (совет рәйесе Рәүис Хажиев) сәй әҙерләгән. Галина Веревкина иһә ошо матур сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: һәммәһен бергә спорт тупланы; ярыштар сәмле барҙы.

Фотолар: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ
Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас