Социаль мәсьәлә
12 Декабрь 2024, 14:15

Социаль ярҙам арттырыла

Әлбиттә, бөтә социаль ҡаҙаныштар иҡтисадҡа нигеҙләнә. Республиканың етештереү-иҡтисад тармағы яҡшы үҫешә, был – етәкселектең ҡаҙанышы, - ти Владимир Нагорный. 

Социаль ярҙам арттырылаСоциаль ярҙам арттырыла
Социаль ярҙам арттырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен төрлө партия вәкилдәре лә тыңланы. Уларҙың береһе -  “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар дөрөҫлөк өсөн” партияһы етәксеһе Владимир НАГОРНЫЙ белдереүенсә, уға социаль өлкәгә ҙур иғтибар бирелеүе оҡшаған. 

– Мөрәжәғәтнамәлә социаль өлкәне үҫтереүгә мөһим иғтибар бүленде. Был, тәү сиратта, һаулыҡ һаҡлау. Күпме объекттар төҙөлөүе һәм киләсәккә пландар тураһында ла әйтелде. Мәғариф, мәктәптәрҙе ремонтлау, уҡытыусыларға ярҙам тураһында ла күп һүҙ булды. Мәҙәниәт йүнәлешенә бюджеттың күбәйтелеүе ҡыуандыра – киләһе йылда ул 20 процентҡа арта. Был беҙҙең партияның мәнфәғәттәрен дә сағылдыра, сөнки мәҙәниәтте үҫтереү программабыҙҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

Көтөлгәнсә, төп тема махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү булды. Күрһәтелгән социаль ярҙам саралары һаны буйынса беҙҙең республика - алдынғы төбәктәрҙең береһе. Беҙ, һис шикһеҙ, ошо тенденцияны хуплайбыҙ, һәм фракция ағзалары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай аша үткән ҡарарҙар өсөн тауыш бирә.

Әлбиттә, бөтә социаль ҡаҙаныштар иҡтисадҡа нигеҙләнә. Республиканың етештереү-иҡтисад тармағы яҡшы үҫешә, был – етәкселектең ҡаҙанышы, - тине ул.

Фото: bashkiria.spravedlivo.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас