Социаль мәсьәлә
14 Декабрь 2024, 17:25

Игорь Комаров клиниканы бүләкләне

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Игорь Комаров клиниканы бүләкләнеИгорь Комаров клиниканы бүләкләне
Игорь Комаров клиниканы бүләкләне

Республика клиник психиатрия дауаханаһы “Менталь сәләмәтлек” проектын тормошҡа ашырғаны өсөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың Рәхмәтенә лайыҡ булды, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгородта проектты тормошҡа ашырыуға арналған ултырышта булған. Шунда уҡ Волга буйы федераль тикшереүҙәр медицина университетында VI Бөтә Рәсәй “Менталь сәләмәтлек – алымдарҙың интеграцияһы” ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелгән. Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса эшлекле төркөм ағзалары доклад менән сығыш яһаған. Улар Республика клиник психиатрия дауаханаһының Менталь сәләмәтлек үҙәге эше һәм проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.

“Клиника командаһы халыҡтың психик сәләмәтлеген яҡшыртырға һәм ярҙамда заманса алымдарҙы файҙаланырға тырыша, - тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. – Үҙәк аутик спектрлы балаларҙы  диагностикалау, реабилитациялау һәм абилитациялау менән шөғөлләнә. Табиптар беренселек диагностикалауҙы тулыһынса үткәрә, диагнозды асыҡлай һәм реабилитациялау маршрутын билдәләй. Проектты тормошҡа ашырған ваҡытта 3200-ҙән күберәк бәләкәй пациент медицина ярҙамын алған”.

Фотолар, сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас