Социаль мәсьәлә
16 Декабрь 2024, 12:00

Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән

Был уйынсыҡтарҙың бер өлөшө - Өфө хосписына, икенсеһе хәйриә йәрминкәләренә ебәреләсәк.

Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгәнБәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән
Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән

Балаларҙың яратып алған байрамы Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Республика медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары ошо матур байрам айҡанлы үҙ ҡулдары менән йәшел шыршы өсөн уйынсыҡтар әҙерләгән.

Улар араһында ниндәйҙәре генә юҡ! Ҡар бабай, ҡар бөртөктәре, әлеге һәм киләһе йыл хужалары һәм башҡалар күҙҙең яуын алырлыҡ.

Бынан тыш, бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ ҡулдары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә открыткалар әҙерләгән һәм күңел түрендәге иң изге теләктәрен яҙған.

Был уйынсыҡтарҙың бер өлөшө - Өфө хосписына, икенсеһе хәйриә йәрминкәләренә ебәреләсәк, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән
Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән
Бәләкәстәр Яңы йыл бүләктәре әҙерләгән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас