Социаль мәсьәлә
18 Декабрь 2024, 07:15

Яңы автобуста елдерәсәкбеҙ!

“Ҡәүи ағай, һеҙгә матур, тигеҙ юлдар теләйбеҙ! Эшегеҙҙе яратып башҡараһығыҙ, рәхмәт һеҙгә!"- ти ауылдаштары. 

Яңы автобуста елдерәсәкбеҙ!Яңы автобуста елдерәсәкбеҙ!
Яңы автобуста елдерәсәкбеҙ!

Яңы йыл бүләктәре кемде шатландырмаһын! Ә бына Салауат районының Арҡауыл мәктәбе уҡыусылары “тимер ат”лы  булыуҙарына айырыуса шат. Яңы йылға мәктәп “Газель-Некст” машинаһы алды.

Автобус уҡыусылар өсөн 22 урынға иҫәпләнгән. Ул йылы, уңайлы, тейешле бөтә ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Балалар өсөн был әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләк булды, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Руль артында профессиональ водитель Ҡәүи Ҡазыханов ултырасаҡ. Был хәбәр социаль селтәр ҡулланыусыларын да һөйөндөргән. “Ҡәүи Ҡазыханов – водителдәр “аҡһаҡалы”, ул балаларҙы 2007-2008 уҡыу йылында программа башланған ваҡыттан уҡ, мәктәп автобустарының беренсе моделенән башлап йөрөтә. Хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ!”– тип яҡшы теләктәрен белдерә Көнһылыу Ғәлиева. “ Ҡотлайбыҙ, оҙаҡ хеҙмәт итһен яңы автобус!”– тип ҡушыла Эльвира Аҡназарова. “Ҡәүи ағай , һеҙгә матур, тигеҙ, тура юлдар теләйбеҙ! Эшегеҙҙе яратып башҡараһығыҙ, рәхмәт һеҙгә! Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ”, – тип уңыштар теләй Гөлсирә Әхмәтдинова ла.  Күңелле хәбәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Бер һөйөнөс күпме ҡыуаныс бүләк итте бөгөн!

Фото: https://vk.com/club175284210


 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас