Ил Президенты Владимир Путин авиакомпанияларҙың күп балалы ғаиләләргә льготалы авиабилеттарҙан нисек ҡасырға тырышыуы хаҡында һөйләне һәм был ғәҙелһеҙлекте төҙәтеүҙе талап итте.
“Бындай проблема бар. Күп балалы ғаиләләргә стандарт тарифтың 50 процент ташламалар бирергә кәрәк, тигән ҡарар бар. Компаниялар нимә эшләй? Улар үҙҙәренең бәләкәй ташламаларын индерә. Ә инде тариф стандарт булмағанлыҡтан, улар 50 процент ташлама бирмәй. Рәсәй Хөкүмәтенән был мәсьәләне киләһе йылдың 14 ғинуарына тиклем хәл итеүҙәрен һорайым”, – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары (гәзит архивынан).