Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Декабрь , 11:00

Ғаилә йылында - яңы байрам

Биш баланың өлкәне  махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк инженер-сапер ротаһының водитель-механигы булып хеҙмәт итә.

Ғаилә йылында - яңы байрам
Ғаилә йылында - яңы байрам

Бөгөн яңы байрамды – Күп балалы ғаиләләр көнөн билдәләйбеҙ. Маҡсаты изге – ғаиләләр абруйын һәм статусын күтәреү, әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау.

Оло ғаиләлә йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Балалар тормошто тағы ла сағыуыраҡ һәм яҡтыраҡ итә. Башҡортостанда ул беренсе тапҡыр билдәләнә.

Ишле ғаиләләр республикабыҙҙа байтаҡ, шуларҙың береһе Гөлнур һәм Әнүәр ӘһәлетдиновтарҠариҙел ауылында йәшәй. Биш баланың өлкәне профессиональ хәрби, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк инженер-сапер ротаһының водитель-механигы булып хеҙмәт итә.

–Улыбыҙ үҙенә ҡайһы бер сәбәптәр менән бәйле гуманитар ярҙам ебәрмәүҙе һораны, ә бына башҡа яҡташ яугирҙәргә  ярҙам итергә кәрәклеген белдерҙе, – тип һөйләй әсәһе Гөлнур Хөсәйенова.– Уның был һүҙҙәре күңелемдә онотолмаҫлыҡ булып ҡалды. Хәҙер мөмкинлек булыу менән ғаиләбеҙ һәм “Росгосстрах”тағы хеҙмәттәштәрем менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә посылкалар әҙерләйбеҙ.

 Был изге эшкә Әһәлетдиновтар балаларын да йәлеп итә.Кинйә улдары район мәҙәниәт йортона хәрби госпиталдәр өсөн тәғәйенләнгән  одеялдар илткән. Ә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына улар  маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн туҡымалар тапшырған.

–Әсәйем һалдаттар өсөн ун пар йылы ойоҡбаш бәйләне, ә беҙ ирем менән донорлыҡ бурысын үтәп, ҡан тапшырҙыҡ. Был юлы ғаиләбеҙ менән борщ бешереү өсөн аҙыҡ әҙерләп ебәрҙек.Хәҙер маскировка селтәре үреүгә тотонасаҡбыҙ, – ти Гөлнур Хөсәйенова.

 Әһәлетдиновтар ғаиләһе –йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙен  тәшкил итеүсе, берҙәмлек, илһөйәрлек һәм изгелек өлгөһө. Ата-әсәнең иң күркәм сифаттарҙы балаларында тәрбиәләйәсәктәренә шикләнмәйбеҙ ҙә, сөнки барыһы ла ғаиләнән башлана.

Фото:https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-12-20/karaideltsy-agaltdinovy-nastoyaschie-patrioty-4061421

Ғаилә йылында - яңы байрам
Ғаилә йылында - яңы байрам
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: