Социаль мәсьәлә
27 Декабрь 2024, 14:00

Яугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы

Үҙе лә балалар йортонда тәрбиәләнгән, шуға ла унда йәшәүселәрҙең айырыуса мөғжизә көтөп йәшәгәнен аңлай.

Яугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланыЯугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы
Яугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугире Максим, позывнойы – “Красавчик”, “Башҡортостандың ышаныслы тылы” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Юлиә Хәлиловаға балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, уның исеменән бүләктәр тапшырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.

Был сара яугир өсөн бик мөһим, сөнки Максимды өләсәһе ҡараған, шул уҡ ваҡытта үҙе балалар йортонда тәрбиәләнгән, шуға ла ундағы балаларҙың айырыуса мөғжизә көтөп йәшәгәнен аңлай.

Әлбиттә, Максимдың үтенесе иғтибарһыҙ ҡалмаған – уның исеменән тәм-том һатып алып, Өфө ҡалаһындағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә тапшырғандар.

Балалар өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусынан бүләк алыуҙы айырыуса ҡыуанып ҡабул иткән, сөнки улар үҙҙәре лә яугирҙәргә ярҙам итә.

Балалар “Красавчик” позывнойлы Ҡыш Бабайға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Фото сығанағы: https://t.me/bashbat02/9437.

Яугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы
Яугир етем балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас