Социаль мәсьәлә
29 Декабрь 2024, 09:00

Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ

Был фатирҙар йәшәүгә тулыһынса әҙер

Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡУлар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ

Яңы йорт һәр ваҡыт шатлыҡлы ваҡиға, ә Яңы йыл алдынан көтөп алған асҡыстарҙы алыу икеләтә шатлыҡ. Үрге Йәркәй ауылында алты етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала ошо шатлыҡты кисерҙе - уларға яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Сарала Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашты.

Был фатирҙар йәшәүгә тулыһынса әҙер: сифатлы биҙәү эштәре башҡарылған, аҙыҡ әҙерләү өсөн бөтә кәрәкле сантехник приборҙар һәм электр плитәләре ҡуйылған. Йорттарҙа үҙәк йылытыу, һыу менән тәьмин итеү кеүек барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған, шуға күрә яңы хужаларға унда йәшәү уңайлы буласаҡ.

– Тағы бер фатирҙы беҙ “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә яллау килешеүе буйынса тапшырҙыҡ, – тип белдерҙе Илдар Мостафин.

Фото: https://t.me/ildar_mustafin_ilish/4056.

Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Улар Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршылаясаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас