Йөрәгеңдән сыҡҡан бар наҙыңды балаларыңа бүлеү, уларҙың сәләмәтлеге, ғүмере, киләсәге тураһында хәстәрлек күреү, бәхетле тормошонона шаһит булыу – тормошобоҙҙағы иң бәхетле мәлдәр. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан һәм гүзәл зат вәкилдәренә донъялағы иң яуаплы, иң мөҡәддәс бурысты – бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙ иңендә бихисап мәшәҡәттәр өйөлһә лә, улар иң тәү сиратта – әсәй һәм ғаилә усағын һаҡлаусы.
Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙ
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәйҙә һәр бишенсе пар түлһеҙлектән яфалана. Бынан 40 йылдан ашыу элек ошо проблеманы хәл иткән ысул уйлап табылды. Ярҙамсы репродуктив технология – экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын бынан ун йыл йыл элек Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереп, түлһеҙ парҙарға бала бәхетен татырға ярҙам иттеләр.
Әгәр ғаилә парҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булып, бер йыл дауамында ҡатын ауырға ҡалмаһа, был ғаилә түлһеҙ тип иҫәпләнә. 35 йәште уҙған парҙар медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала. Түлһеҙлектең сәбәптәре күп, шулай ҙа иң йыш таралғаны әсә булыуҙы кисектереү, тип иҫәпләй табиптар. Әйткәндәй, ЭКО эшләтеү өсөн никахҡа инеү мотлаҡ түгел. Уға яңғыҙ ҡатындар ҙа иҫәп тота ала, тик уларға донор спермаһы хаҡын түләргә тура киләсәк.
Башҡортостанда йәшәүселәргә ЭКО сират буйынса яһала. Сират республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссияһы тарафынан ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланыу өсөн сикләүҙәрҙе һәм ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә.
Документтар Республика медицина-генетика үҙәгендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41, 2-се ҡат. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе – йома, сәғәт 9.00-ҙан 15.00 сәғәткә тиклем. Комиссия секретары менән бәйләнеш телефоны: 7 (347) 246-83-97.
Кемдәр бушлай файҙалана ала?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ЭКО хеҙмәтен республикала йәшәгән һәр ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.
Шулай итеп, экстракорпораль аталандырыу – түлһеҙлекте дауалауҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Уның менән Рәсәйҙәге һәр ғаилә файҙалана ала. Ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән урын буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда “түлһеҙлек” диагнозын раҫлау өсөн тикшереү үтергә кәрәк. Әгәр ЭКО-ға ғаилә әҙерләнһә, ҡатын да, ир ҙә тикшерелә.
6 – 12 ай дауамында консерватив дауаланыуҙың һөҙөмтәһе булмаған осраҡта ошо процедураға йүнәлтмә бирелә.
Был процедураны кемгә эшләргә ярамай?
Экстракорпораль яһалма аталандырыу (ЭКО) алымын һаулыҡ торошо һәм овариаль резерв буйынса сикләүҙәр булған ҡатын-ҡыҙҙарға эшләргә ярамай. Антимюллер гормоны (АМГ) –кәмендә 1,2 нг/мл, ике түллектә фолликулдар кәмендә 5-әү булырға тейеш.
АМГ йәшкә ҡарап кәмей һәм йомортҡалыҡтың фолликуляр резервын күрһәтә: әгәр ул үтә түбән булһа, ЭКО программаһы, ҡағиҙә булараҡ, һөҙөмтә бирмәй.
Йөклөлөккә йәки овариаль стимуляцияға ҡаршылыҡтар булған пациенттар, дауаланып, ҡаршылыҡтар бөтөрөлгәндән һуң ғына ЭКО-ға йүнәлтмә алырға мөмкин.
Ваҡытты һуҙмағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, 35 йәштән һуң әсәй булыу мөмкинлеге кәмей, ә 40 йәштән һуң бигерәк тә. Шуға күрә заман медицинаһы мөмкинлектәрен файҙаланып өлгөрөгөҙ. Барлыҡ ғаиләләрҙә лә балаларҙың бәхетле тауышына күмелһен, һәр кемгә лә әсәй, атай булыу бәхете яҙһын.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.