Башҡортостан буйынса дәүләт хеҙмәт инспекцияһы суд тәртибендә “Башавтотранс” предприятиеһы хеҙмәткәренең йөрәк сире һөҙөмтәһендә үлеменең производство менән бәйле булыуын иҫбатланы. Башҡортостан Юғары суды ведомствоның ҡарарын законлы тип тапты.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, “Башавтотранс”тың Стәрлетамаҡ филиалы водителе 2024 йылдың 14 мартында хеҙмәткәрҙәре менән яңы автобустарҙы ҡабул иткәндә үҙен насар тоя һәм инструктаж үтеү өсөн теҙелгәндә йығыла. Уны ҡотҡара алмайҙар, ашығыс ярҙам дауаханаға илткән саҡта вафат була. Суд-медицина экспертизаһы водителдең хроник йөрәк ишемияһы һөҙөмтәһендә үлеүен иҫбатлаған.
Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең яҙма рәүештә ризалығынан башҡа эш сәғәтенән тыш өҫтәмә хеҙмәткә даими йәлеп ителеүе асыҡланған. Мәҫәлән, 2023 йылда 63 йәшлек ир норманан тыш 855 сәғәт, ә 2024 йылдың ике ярым айы эсендә эш сәғәтенән тыш 137 сәғәткә артыҡ эшләгән. Самаһыҙ эшләү водителдә йөрәк ишемияһы сире үҫеүенә килтергән, үлем осрағы менән хеҙмәткәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы араһында ситләтелгән бәйләнеш булыуы асыҡланған.
“Был ваҡиғаның үҙенсәлеге шунда, бәхетһеҙлек осрағының производство менән бәйләнешен эш биреүсе түгел, ә страховка түләүҙәрен түләүсе Социаль фонд кире ҡаға. Социаль фондтың төбәк бүлексәһе тәү тапҡыр ғына ҡаршы төшмәй, ул бәхетһеҙлек осрағының произволство менән бәйләнешен комиссия тарафынан квалификацияланыуын танымай, сөнки медицина ойошмаһы һығымтаһында дөйөм сир билдәләнгән тип бара”, – тигән аңлатма бирҙеләр дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.