Социаль мәсьәлә
20 Ғинуар 2025, 10:30

Етемдәр торлаҡлы булды

Алты йылда биш меңдән ашыу бала өй туйлаған

Етемдәр торлаҡлы булдыЕтемдәр торлаҡлы булды
Етемдәр торлаҡлы булды

Башҡортостанда алты йыл эсендә биш меңдән ашыу етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итте.

– Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙың алты йылында 5062-нән ашыу кеше торлаҡ алды. Программа сараларына 2024 йылда 2,6 миллиард һум бүленде. Йыл йомғаҡтары буйынса 1029 бала сертификаттар алды. Иң ҙур түләү күләме 3,8 миллион һум тәшкил итте. Бирелгән сертификаттарҙан тыш, республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре етем балалар өсөн 888 торлаҡ һатып алды, – тине Артем Ковшов.

Республикала 2030 йылға тиклем етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса йыйылған бурысты этаплап бөтөрөү программаһы ҡабул ителде, тип өҫтәне министр вазифаһын башҡарыусы. Программа сиктәрендә етем балаларға 4950 фатир тапшырыу планлаштырыла.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республикала торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей башлаған. Башҡортостанда бындай һынылыш тәүге тапҡыр күҙәтелә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас