Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар , 18:20

Республика өсөн ҙур ҡаҙаныш

Әлеге рейтингта кеше һәм ғаилә өсөн мөһим факторҙар иҫәпкә алына. Был торлаҡ, эшкә урынлашыу, медицина, хәүефһеҙлек, экология һәм башҡалар.

Республика өсөн ҙур ҡаҙаныш
Республика өсөн ҙур ҡаҙаныш

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә инде. Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингы мәғлүмәттәре кисә баҫылды.

“Рейтинг тормоштоң төрлө өлкәләрендә – медицина хеҙмәтләндереүе, мәғариф, хәүефһеҙлек, социаль яҡлау, торлаҡ һәм инфраструктура һәм башҡалар – 140 күрһәткес нигеҙендә иҫәпләнә. Был һорау алыуҙар, статистика һәм геоаналитика мәғлүмәттәре”, – тине был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, беҙ унда – 40-сы, 2022 йылда 25-се инек. Былтыр тәүге тапҡыр иң яҡшы 20 төбәк иҫәбенә индек, хәҙер – тәүге унау иҫәбендә. Был - бик яҡшы динамика.

Был һәйбәт яңылыҡҡа инвестиция буйынса кәңәшсе, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты Азамат Барлыбаев үҙ фекерен әйтте.

– Йәшәү сифаты рейтингы кешеләрҙең социаль өлкә һәм кеше йәшәгән урын менән дөйөм ҡәнәғәтлеген баһалау өсөн эшләнгән. Ул төбәк башҡарма власть органдарының граждандар өсөн сифатлы мөхит булдырыу буйынса тырышлығын сағылдыра. Рейтингты төбәк статистика күрһәткестәре, социологик һорау алыуҙар һөҙөмтәләре һәм геоаналитика ҡоралдары ярҙамында йыйылған күрһәткестәр ярҙамында булдыралар. Ул төбәктәге йәшәү мөхите сифатына комплекслы ҡарарға мөмкинлек бирә. Һәм рейтинг һөҙөмтәһен анализлау бөтә ил буйынса тиражлау өсөн иң яҡшы тәжрибәләргә эйә булған төбәктәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә, – тине ул.

Эксперт фекере буйынса, республикабыҙҙың был рейтингта 10-сы урын яулауы - бик ҙур ҡаҙаныш.

– Әлеге рейтингта кеше һәм ғаилә өсөн мөһим факторҙар иҫәпкә алына. Был торлаҡ, эшкә урынлашыу, медицина, хәүефһеҙлек, экология һәм башҡалар. Бөтәһе 140 күрһәткес буйынса ун йүнәлеш баһалана. Һәр йүнәлеш граждандарҙың һорау алыу ярҙмында үлсәнә, быйыл, мәҫәлән, бөтә ил буйынса 400 меңгә яҡын кешенән һорау алынған, – тине эксперт.

Фото: sroamiks.ru

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: