30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар Үҙенсәлекле балалар өсөн үҙәк төҙөлөшөнөң тәүге ташын һалыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы объект синагога һәм Республика табип-физкультура үҙәге биналары араһында төҙөләсәк.
Хәйриә проектының илһам биреүселәре һәм башлап ебәреүселәре - Өфө йәһүдтәре дини общинаһы. Проектҡа ярашлы, ойошмала һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балалар комплекслы медицина һәм социаль реабилитацияланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, төбәк етәксеһе Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазарға һәм ребе Дан Кричевскиға башланғыс өсөн рәхмәт белдерҙе, төҙөлөш эштәренең уңышлы тамамланыуын теләне.
Ике йыл элек ребе Дан Кричевски Үҙенсәлекле балалар өсөн үҙәк төҙөргә тәҡдим итте, һәм беҙ был башланғысты ер биләмәһе биреп хупланыҡ. Бөгөн ҙур шатлыҡ менән тәүге ташты һалабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда өлкән йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн пансионат астыҡ. Ул бергәләп уңышлы эшләүҙең миҫалына әүерелде. Быйыл да дөйөм эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Башҡортостандағы 20 меңдән ашыу бала үҙәккә мохтаж. Унда улар кәрәкле медицина һәм социаль ярҙам ала алыр ине. Бергәләп был мөһим проектты тормошҡа ашырабыҙ.
Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар мәғарифҡа һәм балаларҙы тәрбиәләүгә инвестициларҙың иң мөһим икәнлеген билдәләне.
- Был – изге эш, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ дивидендтар килтерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Берл Лазар. – Үҙенсәлекле балалар уникаль сифаттарға – таҙалыҡҡа һәм изгелеккә ынтылыуға эйә була. Маҡсатыбыҙ – уларҙың мөмкинлектәрен асыу һәм үҫергә булышлыҡ итеү.
Ребе Дан Кричевски үҙәктең хәйриә эшләүселәр һәм бағыусылар иҫәбенә сафҡа индереләсәге тураһында әйтте. Ул Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү инфраструктураһының төп өлөшө буласаҡ. Объектты 2025 йылда төҙөп бөтөүҙе планлаштыралар. Социаль проектты тормошҡа ашырыуға “Башҡортостан сода компанияһы” ла булышлыҡ итә.
Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө йәһүдтәре дини общинаһының үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүҙәге өлөшөн билдәләне.
Сығанаҡ, фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/189489.html