Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу тикшерелде. Республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников төбәктә оло йәштәге кешеләрҙе тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе 10 ойошма эшләүе хаҡында хәбәр итте. Уларҙың бишәүһе - филиал селтәре киң булған оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләт йорт-интернаттары, тағы ла бишәүһе - концессия килешеүҙәре сиктәрендә ойошторолған шәхси пансионаттар.
- Башҡортостан халҡын социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса рейтингы күрһәткестәрен формалаштырыуға ҙур өлөш индерә, - тине Юрий Мельников.
Республика дәүләт милкендә булған файҙаланылмаған социаль инфраструктура биналарын биреү юлы менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ моделдәрен әүҙем индерә. Шәхси инвесторҙар бындай объекттарҙы бушлай файҙаланыуға ала, реконструкциялай, ҡорамалдар менән йыһазландыра һәм дәүләт заданиеһы буйынса һәм коммерция нигеҙендә хеҙмәттәр күрһәтә башлай. Шул уҡ ваҡытта койка фондының 70 проценты бюджет урындары өсөн бүленә.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендәге инвестиция проекттары 61 эш урыны булдырырға һәм төбәк бюджетын 730 миллион һум самаһы экономияларға мөмкинлек бирҙе. Йыл һайын бындай пансионаттарҙа 170-кә яҡын өлкән кеше хеҙмәтләндерелә.
Башҡортостан Рәсәйҙә концессия шарттарында оло йәштәгеләр өсөн пансионаттар булдыра башлаған тәүге төбәк булды. Әйтәйек, Мишкә районының Ирсай ауылында 2018 йылдан алып 25 урынлыҡ учреждение эшләй, ә 2022 йылда Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле ауылында элекке мәктәп базаһында 32 урынлыҡ пансионат төҙөгәндәр.
Төбәктең яңы социаль объекттары иҫәбендә - Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында ойошторолған 70 урынлыҡ пансионат. Был проект сиктәрендә ЭКГ һәм УЗИ кабинеттары менән йыһазландырылған медицина блогын асыу ҡаралған. Унда ауыл һәм яҡын ауылдағы кешеләр килә ала.
Бынан тыш, республика дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәктәрен булдырыу мәсьәләһен тикшерә. Атап әйткәндә, бындай учреждениены Әлшәй районының элекке Ташлы ауылы мәктәбендә асырға планлаштыралар, ул киләсәктә 50 баланы ҡабул итә аласаҡ. Шулай уҡ унда 10 урынлыҡ “Әсә һәм бала” бүлексәһен ойошторорға мөмкин.
Республика Башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәренә социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Ысынлап та, бик мөһим йүнәлеш. Бында республика оҙаҡ йылдар дауамында ғәҙәттәгесә коммерцияға ҡарамаған социаль секторҙың үҫешкән булыуын күрһәтә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Эште дауам итегеҙ, уларға булышлыҡ итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.