Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Февраль , 10:00

Алдаҡаевтарға уңыштар теләйбеҙ!

Ҡырмыҫҡалы районының Баҡсалы ауылынан Алдаҡаевтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһендә ҡатнаша.

Алдаҡаевтарға уңыштар теләйбеҙ!
Алдаҡаевтарға уңыштар теләйбеҙ!

Ҡырмыҫҡалы районының Баҡсалы ауылынан Алдаҡаевтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһендә ҡатнаша. Өфөлә үткәрелгән зона этабында конкурста ҡатнашыусылар “Ғаилә ижады”, “Ғаилә һөнәре” һәм “Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре” номинацияларында үҙ көсөн һынаны.

Һөҙөмтәлә Ҡырмыҫҡалы районынан Алдаҡаевтар “Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында зона этабы еңеүсеһе тип танылды. Әле улар конкурстың киләһе турына әҙерләнә. Уңған ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ!

Фото, сығанаҡ: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: