Социаль мәсьәлә
5 Февраль 2025, 14:00

Улар атай-әсәй эҙләй

 Балалар бер-береһе менән бик дуҫ.

Улар атай-әсәй эҙләйУлар атай-әсәй эҙләй
Улар атай-әсәй эҙләй

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бер туған биш баланың хыялын тормошҡа ашырырға теләп, уларҙы яратҡан һәм хәстәрләгән ата-әсәнең үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙәрен көтә.

“Үҙ-ара бик татыу туғандар ғаиләле булырға теләй, улар өсөн балаларҙы яратҡан ата-әсә эҙләйбеҙ. Алексей (14 йәш), Роман (12 йәш), Виолетта (11 йәш), Маша (10 йәш), Максим (6 йәш) – айырылғыһыҙ дуҫтар. Һәр ваҡыт бергә уйнайҙар, дәрес әҙерләшергә бер-береһенә ярҙамлашалар, иң кесе ҡустылары тураһында хәстәрлек күрәләр. Өлкәндәре каратэ, йога һәм бассейнда йөҙөү менән яратып шөғөлләнә, шулай уҡ үҙәк сараларында әүҙем ҡатнаша.

Улар үҙҙәрен яҡын итеп ҡабул иткән, хәстәрлек күргән татыу ғаилә хаҡында хыяллана.

Биш балаға опекун (попечитель) булырға теләгән граждандар ошо телефон буйынса мөрәжәғәт итә ала: 8 (347) 218 03 62.

Әйҙәгеҙ, күмәкләп наҙға, ата-әсә һөйөүенә һыуһаған балаларға  йылы мөнәсәбәт, һөйөү, хәстәрлек хакимлыҡ иткән ғаиләле булырға ярҙам итәйек!

Фото: https://vk.com/mintrudrb

Улар атай-әсәй эҙләй
Улар атай-әсәй эҙләй
Улар атай-әсәй эҙләй
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас