Бүздәк районында татыу ҙа, күркәм дә ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Нуримановтар. Уларҙың яҡты, ҡупшы йорттарында һәр саҡ бәхет, хөрмәт, тыныс мөхит хакимлыҡ итә.
...Йәштәр Рауилдың тыуған ауылы Ахунда таныша. Элина туғандарына ҡунаҡҡа килгән була. Дуҫтарса мөнәсәбәт яйлап ялҡынлы һөйөүгә әүерелә. Өйләнешкәндән һуң Рауилдың әсәһе менән бер ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Донъяны йәмләп Динар улдары тыуа. Тик оҙаҡламай шатлыҡты көтөлмәгән ауыр ҡайғы баҫа – Элинаның әсәһе вафат була. Ошо ауыр мәлдә ғаиләһе ҡатындың иң ҙур таянысына әүерелә.
– Миңә ул саҡта 19 йәш ине. Ҡәйнәм менән ирем шунда уҡ ике йәшлек һеңлем Аделинаны һәм алты йәшлек ҡустым Илназды үҙебеҙгә алырға кәңәш итте. Уларҙы үҙҙәренең иң яҡын кешеләре итеп ҡабул иттеләр, тәрбиәләнеләр, күңелдәрен күрҙеләр. Мин уларға йомартлыҡтары, хәстәрлектәре өсөн бик рәхмәтлемен, – тип иҫкә ала Элина үткәндәрҙе.
Бер нисә йылдан ҡыҙҙары Ралина донъяға килә. Шулай итеп, 23 йәшендә Элина дүрт балаға әсәй булып китә.
Хәҙер инде өлкәндәре Илназ – Саҡмағош аграр-технология колледжы студенты. Динар улдары 5-се класта уҡый. Ҡыҙҙары Аделина менән Ралина - өйҙә әсәйҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары.
– Балаларымдың һәр береһе үҙенсә, холоҡ-фиғелдәре, һәләттәре төрлөсә. Көнө буйы улар иғтибар үҙәгендә, уларҙың тормошо менән йәшәйбеҙ. Бындай хәстәрлектәр беҙҙең өсөн шатлыҡ ҡына. Иремдең ярҙамы, хуплауы миңә ауырлыҡтарҙы, мәшәҡәттәрҙе еңеп сығырға көс-дәрт бирә. Уның һәр эшкә маһирлығы, алтын ҡуллы булыуы менән ғорурланам. Оло ғаилә, ысынлап та, ҙур бәхет, – ти Элина.
Хужабикә ҡәйнәһенән уңғанын йәшермәй, тәүге көндәрҙән үк йылы, ышаныслы мөнәсәбәт барлыҡҡа килеүенән бик ҡәнәғәт.
–Ҡәйнәм минең өсөн үҙ әсәйем кеүек. Алсаҡ, итәғәтле, аҡыл менән эш итеүсән, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ейәндәрен айырып ҡарамай, бер төрлө ярата, Илназ менән Аделина өсөн дә ул һөйөклө өләсәй, – тип ҡәйнәһен маҡтап бөтә алмай килене.
Нуримановтар ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт, абруй ҡаҙанған. Йәштән хеҙмәттә сынығып үҫкән ғаилә хужалыҡ тота, мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә. Үҙҙәренең ғаилә байрамдары, традициялары ла бар. Хужабикә бешергән тәмле, матур торттарҙы ауылдаштары ҙур ҡәнәғәтлек менән һатып ала.
Рауил “Башкирагроинвест” йәмғиәтендә механизатор булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Нуримановтар һәр кемдең тормошонда ғаилә иң ҡәҙерле, иң мөһим нимә тип иҫәпләй, “сөнки ул һинең өсөн ныҡлы терәк, шатлыҡ сығанағы һәм йәшәү мәғәнәһе”, ти улар.
Фото: https://buzdyaknews.ru/