Күптән түгел эшһеҙ ҡалдым, хеҙмәт урыным ҡыҫҡартылды. Эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам саралары бармы?
Фәнил.
– Башҡортостандағы эшһеҙ граждандар түбәндәге ярҙам төрҙәренә өмөт итә ала:
Әлеге ваҡытта мәшғүллек хеҙмәте эшһеҙ граждандарға 165 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтә, былтыр йыл башынан алып уны 160 кеше алған. Шулай итеп, аҙ тәьмин ителгән граждандар, социаль килешеү төҙөп, үҙ эшен асыу мөмкинлегенә эйә: түләү күләме бизнес-план менән билдәләнә һәм 350 мең һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Быйыл 1200-ҙән ашыу кеше социаль килешеү төҙөгән. Бынан тыш, өҫтәмә һөнәри компетенциялар кәрәк булғанда яңы эш башлаған эшҡыуар, 30 мең һумға тиклем курсты һайлап, бушлай уҡый ала. Ошо ярҙам төрҙәренең барыһы менән дә мәшғүллек үҙәктәрендә тулыраҡ танышырға мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.