Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә һөйөнөслө ваҡиға – бында бәхетле атайҙың шатлығын уртаҡлашып, уға сабыйҙарҙың тәүге документтарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Яңыраҡ Раушана һәм Рөстәм Мирсаяповтар ғаиләһендә ике матур, сәләмәт ҡыҙ балалар донъяға килде. Анэлия һәм Аселде өйҙә ағалары Иҙел көтөп алды.
Игеҙәктәрҙең киләсәктә ата-әсәнең ҙур ғорурлығы һәм таянысы булып үҫеүен теләйбеҙ! Ата-әсәгә ныҡлы һаулыҡ, йорттарына именлек, бәхетле көндәр насип итһен!
Шуныһын да белдерәбеҙ, Ҡырмыҫҡалы районында яңы йылдың тәүге айында 21 малай һәм 17 ҡыҙ баланың тыуыуы теркәлгән. Бәхетле булһын сабыйҙар!
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.