Башҡортостанда - 59 мең самаһы күп балалы ғаилә. Уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - беренсе, илдең бөтә төбәктәре араһында етенсе урынды биләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте.
– Ил Президенты Владимир Путин Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2024 йыл ғаилә һәм демографик сәйәсәт үҫешендә мөһим этапҡа әүерелде, - тине Юрий Мельников. - Тотош илдә Берҙәм хоҡуҡи статус һәм күп балалы ғаиләнең төп социаль гарантиялары булдырылды. Федераль үҙәктәрҙән тыш, республикабыҙҙа өҫтәмә ярҙам саралары ла ғәмәлдә. Мәҫәлән, һөнәри белем биреү ойошмаларында балаларҙы көндөҙгө бүлектә түләүле нигеҙҙә уҡытыу хаҡының яртыһын компенсациялау. Уның менән 1 163 балаға 1 129 ғаилә файҙаланған. Шулай уҡ уҡ уҡыусыларға ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү ҡарала - был сараны күп балалы ғаиләләрҙән 20 мең самаһы бала файҙаланды. Етем балаларға «кеҫә аҡсаһы» сифатында түләүҙәр бирелә, ә уларҙы алған ғаиләләргә етем балаларҙы ҡарау өсөн пособие 18,5 процентҡа арттырылды.
Бынан тыш, Башҡортостанда 2027 йылға тиклем тыуымды арттырыу буйынса ведомство-ара төбәк программаһы проекты әҙерләнде. Ул биш төп йүнәлеш буйынса сараларҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың береһе - балаларҙы тәрбиәләү менән ата-әсәләрҙең һөнәри эшмәкәрлеген берләштереү өсөн шарттар булдырыу.
- Кеше ғүмеренең кәмендә өстән бер өлөшөн эштә үткәрә. Шуға күрә эш биреүселәрҙең демографик көн тәртибенә мөнәсәбәте әле беренсе планға сыға, - тип билдәләне Юрий Мельников. - 2024 йылдың аҙағында Рәсәйҙең социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышында корпоратив социаль мәйәсәт сараларын тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде. Башҡортостанда 116 компания социаль яуаплы эш биреүселәр реестрында тора. Артабан уны тулыландырасаҡбыҙ һәм төбәгебеҙҙең иң яҡшы тәжрибәләрен туплаясаҡбыҙ.
Башҡортостанда Ғаилә йылына йомғаҡ яһап, төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары хәбәр итеүенсә, бөтә тематик сараларға 1 миллион кеше йәлеп ителгән.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2025 йылдан Рәсәйҙә «Ғаилә» милли проекты старт ала, ул «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау», «Күп балалы ғаилә», «Ғаиләгә ярҙам», «Өлкән быуын», «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» кеүек биш федераль проектты үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Башлығы ведомствоға эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар, шул иҫәптән конкурстар уҙғарыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Оло яҡшы эш, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Ғаиләләребеҙ бик әүҙем, еңә белә. Уларға ҡарауы ҡыуаныслы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.