28 февралдә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан дәүләт медицина университетында көндөҙгө бүлектә белем алған студенттарға “Һаулыҡ һаҡлауҙы һанлы трансформациялау: нисек технологиялар һөнәребеҙҙе үҙгәртә” тигән лекция уҡыны. Тағы буласаҡ 2000 табип сараға онлайн рәүештә ҡушылды.
“Йыш ҡына социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы ҡарарҙарҙы сафҡа индереү һәм процестар һөҙөмтәлелеген күтәреү позицияһынан яңы проекттарҙан көтөлгән һөҙөмтәләр тураһында яҙам. Тәжрибә һәр һанлы инструменттың һәр табип эшенә йоғонто яһауын күрһәтә. Тап ошо хаҡта буласаҡ коллегаларыма һөйләнем”, - тип белдерҙе министр.
Лекция барышында Айрат Рәхмәтуллин табиптың клиник фекерләү медицина нигеҙе булып тора, ә һанлы технологиялар уны нығытыу өсөн булдырылғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлауҙы һанлы трансформациялау буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. 12 йыл эсендә төбәктә илдәге иң ҙур Дәүләт һанлы системаларының береһе барлыҡҡа килгән.
Лекция аҙағында Айрат Рәхмәтуллин һанлаштырыуҙың барлыҡ өҫтөнлөктәре табиптарҙың эшен еңеләйтеүгә, һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән, тип белдерҙе.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.