Байрам алдынан тағы бер шатлыҡлы ваҡиға: Рәсәй Президенты Владимир Путин Кушнаренко районында йәшәгән күп балалы әсә Флүрә Фәттәховаға “Герой әсә” исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул 10 балаға әсә һәм 20 ейәнгә өләсәй!
Флүрә Фәттәхова – республикала юғары исемгә лайыҡ булған Герой әсәләрҙең туғыҙынсыһы. Ул үҙе лә ете балалы ғаиләлә үҫкән. Шуға күрә ишле ғаиләне бәхет тип иҫәпләй.
Ире Вәзих Әхмәй улы менән 50 йылға яҡын бергә йәшәү осоронда алты ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Тәүге балалары менән кинйәләре араһындағы йәш айырмаһы – 21 йыл. Герой әсәнең 20 ейәне һәм бер бүләһе бар.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда малсы, ферма мөдире, водитель булып эшләй. Флүрә Рәхимйән ҡыҙы йорт хужалығын алып барыу менән бергә малсылыҡта ла, сауҙала ла эшләй, иҫәпсе лә була. Оҙайлы, татыу ғүмер кисерә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алтын туйҙарын ҡаршылаған йылда Вәзих Әхмәй улы вафат була.
Әсә шулай уҡ “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградланған. Әсәләре тураһында һөйләгәндә өлкән балалары тулҡынланыуын тыя алмай, хис-тойғоларына ирек бирәләр. Һәр береһе белем алған, эшкә урынлашҡан, ғаиләләре бар. ”Был уңыштарҙың барыһында ла әсәйбеҙҙең ҙур өлөшө бар”, ти улар. Уның юғары исемгә лайыҡ булыуы тураһындағы яңылыҡ ғаилә өсөн оло байрамға әүерелгән. Балалары һәм ейәндәре яратҡан кешеләре өсөн ысын күңелдән ҡыуана һәм ғорурлана.
***
Бөгөн Башҡортостанда 60 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдығылыҡты тота. Герой әсәләр һаны ла артып, туғыҙға етте. Улар һөйөнөслө бүләк – бер миллион һум күләмендә түләү ҙә аласаҡ.
Ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләп үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Рәсәйҙә һәм республикала ата-әсәләргә юғары наградалар ҡаралған. “Герой әсә” Рәсәй ордены менән республикала туғыҙ ҡатын наградланған. Уларға шулай уҡ бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе түләү ҡаралған.
“Ата-әсәлек даны” ордены менән 15 ғаилә наградланған. Ордендан тыш, һәр ғаилә 200 мең һум күләмендә аҡса ала.
“Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән 22 ғаилә наградланған. Уның өсөн 500 мең һум аҡса түләнә.
“Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы менән 62 ғаилә наградланған. Миҙалға өҫтәп 100 мең һум аҡса бирелә.
Башҡортостанда лайыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән әсәләр өсөн “Әсәлек даны “ миҙалы булдырылған. Наградаға 9287 әсә лайыҡ булды. Миҙалға өҫтәп, 50 мең һум аҡса тапшырыла.