Бөтә яңылыҡтар
10

Яугирҙең әсәһенә ярҙам күрһәтелде

 Операция уңышлы үткән...

Яугирҙең әсәһенә ярҙам күрһәтелде
Яугирҙең әсәһенә ярҙам күрһәтелде

Ағиҙел ҡалаһындағы “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Гөлназ Мәхмүтова  бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә  ваҡытында ярҙам күрһәтергә тырыша. Уның ҡарамағында – 200-гә яҡын кеше.Валентина Косолапова – уға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән яугир әсәләренең береһе.

Әсәгә ашығыс рәүештә  Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында  консультация үтергә кәрәк була. Ул ярҙам һорап социаль коородинатор Гөлназ Мәхмүтоваға мөрәжәғәт итә.  Социаль координатор  мәсьәләне  тиҙерәк хәл итеү өсөн  бөтә тырышлығын һала. Ниһайәт, Валентина Косолапованы сираттан тыш ҡабул итеүҙә офтальмологтар ҡарай, кәңәшләшкәндән һуң  күҙҙәге селтәрле шекәрәгә лазер коагуляцияһы үткәрәләр.  Операция уңышлы үтә. Башҡортостан буйынса фонд филиалында 106 социаль координатор эшләй.Улар йөҙ меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән дә инде. 2700-гә яҡыны – медицина ярҙамы алыу тураһында.  

 Галина Морозова фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: