Башҡортостан Рәсәйҙең бүтән субъекттарына һәр йәһәттән дә өлгө булып тора. Төҙөлөш тармағы тиһеңме, агросәнәғәт комплексы булһынмы, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешеме, башҡа өлкәләрҙе телгә алыу артыҡ, республикабыҙҙа бөтә яҡлап та алға китеш күҙәтелә. Мәҫәлән, 2022 йылдан алып республикабыҙҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонтҡа минималь иғәнә күләменә үҙгәрештәр индерелмәгән. Әйткәндәй, ошо арауыҡта төҙөлөш материалдарына һәм хеҙмәтләндереүгә хаҡтар шаҡтай артҡан, ә тарифтар шул көйөнсә ҡалған. Ысынлап та, Башҡортостан Рәсәйҙә капиталь ремонт өсөн иң әҙ иғәнә булдырған төбәктәрҙең береһе.
Уйлап ҡараһаң, капиталь ремонт иң мәшәҡәтле эштәрҙең береһе, ул ябай ремонт түгел, ә күләмле проект. Лифттарҙы һәм ҡыйыҡты алмаштырыу, һыу, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Әгәр ҙә иғәнәләр шул көйөнсә ҡалһа, хәл-торош насар яҡҡа үҙгәрергә мөмкин. Унан сығыу юлдары бармы? Баҡтиһәң, бар икән. Ниндәй ҙә йортта йәшәүселәр иғәнәнең суммаһын арттырып, мәсьәләне ыңғай яҡҡа хәл иткән.
Ысынлап та, дәүләт йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһын тулыһынса хуплай. Әлбиттә, программала шул йортта йәшәүселәр тап үҙҙәре ҡатнашырға тейеш, был проект уларҙан тыш тормошҡа ашырылмай. Иғәнәне күтәреү – ул һандар йәки квитанция ғына түгел, ә үҙебеҙ тураһында ҙур хәстәрлек тә, үҙебеҙ йәшәгән йорттар ныҡ булһын һәм матур булып күренһен!
Әйтәйек, Өфө ҡалаһының Рабкоров урамы, 16 адресы буйынса йәшәгән кешеләрҙең һөйөнөсө сикһеҙ. Улар, ремонтҡа алдан билдәләнгән 8 һум 10 тин урынына 9 һум 6 тин түләргә ҡарар иткән һәм уйҙарын тиҙ арала тормошҡа ашырған да инде.
Беҙгә билдәле булыуынса, күп фатирлы йорт – ул шунда йәшәүселәрҙең мөлкәте һанала, үҙ сиратында, ундағыларҙың һәр береһе ошо йорт тураһында оло хәстәрлек күрергә тейеш, тимәк, ремонтҡа ниндәй ҙә өлөш индереү ҙә уларҙың бурысы һанала.
Сәкинә Үмәрғәлина әйтеүенсә, ул был йортта ун йылдан ашыу йәшәй, бүтән урынға күсенеп китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Шуға күрә лә уның һәр саҡ төҙөк булыуын теләй, даими рәүештә ремонт үткәреү яҡлы.
Әгәр ҙә иғәнәләр шул көйөнсә үҙгәрешһеҙ ҡалһа, хәл-тороштоң насар тамамланыуы ла ихтимал. Ремонтҡа мохтажлыҡ кисергән йорттар ваҡыт үтеү менән ватыла башлаясаҡ. Уның эҙемтәләре насар булыуы көн кеүек асыҡ. Унда йәшәүселәрҙең тормош сифатына насар йоғонто яһауы мөмкин, хатта уларға хәүеф тә тыуҙыра.
Шул шатлыҡлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыуға һәр ваҡыт етди ҡараны, әле лә ошо йүнәлештә уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра.
Өҫтәүенә, Башҡортостанда төрлө йүнәлештә уй-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Планлы эштәрҙең барыһы ла кешеләргә йәшәйештә еңеллек тыуҙырыуға туранан-тура бәйле. Элек, дөрөҫөрәге, 2018 йылға ҡәҙәр йорттар насар ине. Ә инде Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшләй башлағас та был юҫыҡта ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелде.
"Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, иң мөһиме, һәр кем һәр яҡлап та уңайлыҡтары булған шарттарҙа көн итһен", тигән һүҙҙәрҙе Башҡортостан Башлығы йыш ҡабатлай.
– Бөгөн бөтөнләй башҡаса донъя бында, торғаны ожмах инде, – тине сирттағы әңгәмәсем Вадим Ильясов. – Беҙ бөтәбеҙ ҙә Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән бәхетле, атайҙарса хәстәрлек күргәне өсөн республика етәксеһенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Мәҙинә Әхмәтова билдәләүенсә, баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп төҙөкләнә, беҙҙәге күркәмлекте, йорттарға икенсе һулыш биреүҙе илебеҙҙең бүтән ҡалаларына ла таратырға кәрәк.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Ирина ГОЛОВАНОВА, Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ министры:
– Күркәм ихата, таҙа подъезд, айырыуса ремонтланған йорт – быларҙың барыһы ла һәр кемдә яҡшы кәйеф тыуҙыра, киләсәккә ҙур өмөттәр уята. Башҡортостанда иһә республика етәкселеге халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу йәһәтенән күп эштәр башҡара.