Өфөлә “Еңеү” кинотеатрын реконструкциялауҙы йыл-йыл ярым дауамында башҡарырға планлаштыралар, тип хәбәр итте объектҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Республика етәксеһе билдәләүенсә, эштәр тамамланғандан һуң бында Йәш тамашасы театры асыласаҡ. Быйыл мәҙәни мираҫ объектына 80 йыл тула.
– Был - мәҙәни мираҫ объекты. Бинаның беренсе кирбесе 1945 йылдың 9 майында һалына. Шуға күрә беҙ уны тәртипкә килтерергә бурыслыбыҙ. Ҡала ремонт өсөн мөмкинлек тапты, республика ҡорамалдар менән ярҙам итәсәк. Хәҙер иң мөһиме – эште сифатлы тамамлау, – тине Радий Хәбиров.
Эйе, нигеҙенә беренсе кирбесте Еңеү көнөндә һалғандар. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Дәүләт һаҡлау идаралығында билдәләүҙәренсә, объектты төҙөүҙә немец хәрби әсирҙәре ҡатнашҡан. Авторы архитектор-проектлаусы Семен Якшин булған. Ул, әйткәндәй, Өфөнөң “Родина” кинотеатрының да проектын әҙерләгән, ул да Сталин ампиры стилендә эшләнгән.
“Еңеү”гә килгәндә, ул ваҡытында 630 кешене һыйҙырған. Ҡунаҡтарҙы колонналар һәм рельефлы биҙәлгән ҙур фойе ҡаршы алған. Эстрада майҙансығында симфоник оркестр уйнаған, ә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары унда лекциялар уҡыған. Китапханаһы ла булған.
Кинотеатрҙың танылған символы булып башында еңеүсе яугир фигураһы тора. Башта ул унда бер үҙе була, һуңыраҡ эшсе һәм колхозсы барлыҡҡа килә.
“Еңеү” кинотеатрында күрһәтелгән тәүге фильм – Григорий Александровтың “Шат егеттәр” ("Веселые ребята") фильмы. 1958 йылда кинотеатрҙа киң экран форматҡа күсәләр. Һуңынан ул Союздың бөтә ошондай учреждениелары араһында 15 тапҡыр иң яҡшыһы тип таныла.
1976 йылдың июлендә “Еңеү” мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелә. Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, кинотеатрҙың яҙмышы 90-сы йылдарҙа хөртәйә башлай. Кешеләр киноға теләп йөрөмәгән, күп өйҙәрҙә VHS кассеталары барлыҡҡа килгән. Кинотеатрҙа магазин, дарыухана, мәғлүмәт бюроһы һәм дөйөм туҡланыу нөктәһе асылған. Тик 2000 йылда ғына кинотеатр яңы арендатор һәм үҫешкән технологиялар ярҙамында тағы тулы ҡеүәтендә эшләй башлай. Был, атап әйткәндә, реконструкцияға килтерә. Сөнки, замана 3D һәм ҡыҙыл-зәңгәр күҙлек дәүере кисерә башлай.
Тиҙҙән театрҙа 289 урынлыҡ заманса тамашасы залы барлыҡҡа киләсәге билдәле, шул иҫәптән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бинаны капиталь ремонтлауға ҡала бюджетынан 230 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Архитектура ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу һәм элекке данын ҡайтарыу өсөн бинаны яңыртҡанда бөтә еренә етерлек иғтибар бирергә ниәтләйҙәр. Проектта баҙ өлөшөн, беренсе һәм икенсе ҡаттарҙы үҙгәртеп ҡороу, пандустар һәм лифт эшләү, шулай уҡ фасад декорының юғалған элементтарын тергеҙеү, ҡыйыҡты һәм инженер селтәрҙәрен алмаштырыу ҡаралған.
– 2021 йыл аҙағында етәксе вазифаһына тәғәйенләнгәс, театрға Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева килде. Мин уға бөгөн Йәш тамашасы театры урынлашҡан бинаны күрһәттем. Уны театр тип атарлыҡ түгел ине, әлбиттә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, мине ошо элекке кинотеатр бинаһына саҡырҙылар һәм театр булырлыҡмы тип һоранылар. Мин ул кинотеатрҙы төн уртаһына тиклем тикшереп сыҡтым... Һәм, эйе, беҙ унда театр эшләй алабыҙ, тигән уй башыма килде. Ҡыуанып ризалыҡ бирҙем, – тип хәтерләй Йәш тамашасы театры директоры Арыҫлан Зөбәйҙуллин.
Әлеге ваҡытта, Өфөнөң мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы “Еңеү”ҙе театрға бушлай хеҙмәт итеүгә тапшырған. Хәҙергә бинаның нигеҙен нығытыу, йылытыу системаһын һүтеү, тәҙрә блоктарын монтажлау, тамаша залының сәхнәһен һәм подиумын ҡороу, шулай уҡ тауыш изоляцияһы һәм тауыш панелдәрен ҡуйыу эштәре башҡарылған.
– Беҙҙең бурыс – социаль һәм мәҙәни объекттарҙы кешеләргә яҡынайтыу. Ошондай принцип буйынса спорт ҡоролмаларын төҙөйбөҙ, парктарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Һәм, әлбиттә, театр халыҡ менән йәнәш булырға тейеш. Уны тормош менән тултырыу, тамашасыларҙы йәлеп итерлек спектаклдәр ҡуйыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
“Еңеү” тиҙҙән халыҡҡа ҡайтарыласаҡ, һәм ул ябай ғына түгел, заманса технологиялар менән әйләнеп ҡайтасаҡ. Бөгөн театр директоры тарафынан 3D mapping буйынса белгестәр эҙләй башланылған. Был өс проекторҙан торған система, ул бер үк ваҡытта дүрт стенаға яҡтыртасаҡ һәм тамашасыларға тамашаның эсендә йөрөү эффектын барлыҡҡа килтерәсәк.
Фотолар: Олег Яровиков.