Бөтә яңылыҡтар
10

Төбәк программаһы раҫланды

Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана.

Төбәк программаһы раҫланды
Төбәк программаһы раҫланды

2025 – 2030 йылдарға “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” төбәк программаһы Башҡортостанда йәшәүсе өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон, сәләмәт тормошон оҙайтыу өсөн ҡабул ителгән төбәк программалары саралары планын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Программа Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән, “Ғаилә” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, раҫланған.

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу комитеты барлыҡҡа килгән. Республиканың муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының башҡарма власть органдарына “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылған. Программаның тормошҡа ашырылыуы тураһында ай һайын республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына хәбәр ителәсәк.

Программа 2030 йылға өлкән быуын вәкилдәренең тормошҡа ашырылған сараларға йәлеп ителеүен оло йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 38,7 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота (2025 йылда 32,5 процент). Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана. 2025 йылда ул 74 йәш тәшкил итергә тейеш (2024 йылда — 73,2 йәш). 5 йыл эсендә физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән оло йәштәгеләр һаны бер нисә тапҡырға артасаҡ тип күҙаллана: 2025 йылда 18,3 проценттан 2030 йылда 45 процентҡа тиклем.

Сығанаҡ, фото: https://dolgoletie.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: