“Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика проектында ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Былтыр ғына унда 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.
Проектҡа йәлеп ителгән өлкән быуындың күпселек өлөшө Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында йәшәй.
“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты үҙенә бер нисә йүнәлеш индерә. Уларҙың иң популяры – “Туризм”. Төбәк һәм яҡын сит ил буйлап экскурсияларҙа (Беларусь, Үзбәкстан) 56 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Өлкән быуын вәкиле араһында “Сәләмәтлек” йүнәлеше популяр. Ул төрлө профилактика акциялары, медицина тикшереүҙәре һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Был саралар барышында табиптар 160 меңдән ашыу кешене ҡараған.
“Физик культура” йүнәлеше буйынса 250 мең кешене йәлеп итә алғандар. Өлкән быуын вәкилдәре спорт һәм һауыҡтырыу сараларында, скандинав йөрөүе, йөҙөү, йога һәм башҡала ҡатнаша, ГТО нормалары тапшыра.
“Уҡыу” йүнәлеше “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2023-2024 йылдарҙа 50 йәштән өлкәнерәк һәм пенсия алдындағы 3,5 мең кеше уҡыу үткән. “Ирекмәнлек һәм остазлыҡ” йүнәлешендә 10 меңдән ашыу “көмөш” ирекмән ҡатнаша. Улар башлыса МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар йөк йыя
“Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлеше буйынса муниципалитеттар хакимиәттәре өлкән быуын вәкиле өсөн күп кеше ҡатнашҡан һәм күңел асыу саралары ойоштора. Уларҙа 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
– Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инфраструктура мөһим. Шуға күрә һәр районда һәм ҡалала әүҙем оҙон ғүмер үҙәге асыу мөһим йүнәлешкә әйләнде. 2023 йылдың башында ошондай ике үҙәк булһа, бөгөн 45 үҙәк эшләй. Улар өлкән быуын кешеләре яратып килгән урынға әйләнде, – тине министр.
2025 йылдан программа “Ғаилә” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Радий Хәбиров проектты юғары баһаланы һәм башҡа төбәктәр тәжрибәһен дә өйрәнергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.