Бөтә яңылыҡтар
10

Солтангилдиндар 20 быуын шәжәрәһен белә

“Был беҙҙең ғаилә” конкурсында еңеүселәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүгә сертификаттар ала. 

Солтангилдиндар 20 быуын шәжәрәһен белә
Солтангилдиндар 20 быуын шәжәрәһен белә

Өфөнән Солтангилдиндар ғаиләһе «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының «Был беҙҙә ғаилә» конкурсының ярымфиналына сыҡты. Проектта ҡатнашыу уларға үҙҙәренең шәжәрәһен тәрәнерәк өйрәнергә һәм башҡорт шәжәрәһе китабын төҙөргә ярҙам итте.

Ғаилә йылъяҙмаһын төҙөү конкурстың дистанциялағы этабының төп бурыстарының береһе булып тора. Ҡатнашыусыларға хәҙерге Психология һәм нәелде өйрәнеү институтының оҫталыҡ дәрестәре ярҙам итә, унда улар ғаилә тамырҙарын өйрәнеүҙе нисек башларға, йәштәрҙе ата-бабалар тарихын өйрәнеүгә нисек йәлеп итергә һәм ышаныслы мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан эҙләргә кәрәклеген белә ала.

Солтангилдиндар: бер шәжәрәлә – 20 быуын тарих

Өфөнән Солтангилдиндар ғаиләһенең хәҙер инде  өсөнсө быуыны шәжәрәләрен өйрәнеү менән мауыға. Конкурс ярҙамында улар үҙ шәжәрәһенең китабын булдырған, унда олатайҙары яғынан - 20, өләсәйҙәр яғынан 10 быуынды сағылдырған.

- Китапта беҙ ата-бабаларыбыҙҙың ғаилә, тарихи, географик, генетик, этнографик, мифологик һәм рухи тамырҙары хаҡында һөйләнек. Шәжәрә - ул ғаиләне һүрәтләүҙән күпкә ҙурыраҡ. Был бөйөк рухи мираҫ, уны үҙең һәм киләсәк быуындарың өсөн ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк, – тип һөйләне Артур Солтангилдин.

Әлеге ваҡытта ғаилә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Еңеүселәр быуыны» тигән яңы проект өҫтөндә эшләй. Уның маҡсаты - бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фронтта һуғышҡан һәм тылда эшләгән туғандары тураһында һөйләү.

- Ата – бабаларыбыҙ беҙгә ғүмер бүләк итте, һәм уларҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары хаҡында яҡшы хәтерҙе һаҡлау – беҙҙең бурысыбыҙ һәм рәхмәтебеҙ билдәһе, - тине Артур.

Быуындарҙы берләштергән конкурс

“Был беҙҙең ғаилә” – “Рәсәй-мөмкинлектәр иле” платформаһының иң ҙур проекты, унда бөтә илдән 102 735 ғаиләнең 587 250 кешеһе ҡатнашты. Еңеүселәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүгә сертификаттар алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» Президент платформаһы Владимир Путин инициативаһы менән 2018 йылдың 22 майында булдырылғайны. Платформаның миссияһы - Рәсәй киләсәген булдырыу, һәр кем өсөн тигеҙ мөмкинлектәр асыу. Платформа һәр кешегә, ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй һөнәр һайлауына һәм ниндәй ғаиләлә үҫеүенә ҡарамаҫтан, үҫеш өсөн мөмкинлектәр алырға ярҙам итә.

Фото: конкурстың матбуғат хеҙмәте

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/articles/vazhno/2025-03-17/semya-iz-ufy-sostavila-letopis-roda-i-gotovit-proekt-o-geroyah-voyny-4159986

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: