Бөтә яңылыҡтар
10

Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!

Элек-электән барыһын да оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәү сере ҡыҙыҡһындырған. Кемдер был ғәмәлдең нәҫелдән бирелеүе тураһында бәйән итә, кемдер сәләмәт тормош алып барыу, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороу быға сәбәпсе, ти. Бәғзеләр иһә ғүмер буйы экологик йәһәттән таҙа, саф һауалы ерҙә йәшәү, дөрөҫ туҡланыу бәхетле һәм оҙаҡ йәшәргә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә. 

Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!

Биш йыл элек барлыҡҡа килгәйне

Һис шикһеҙ, йәшәйешебеҙ, тормошобоҙ сифатына эргә-тирәләге төрлө хәл-шарттар йоғонто яһамай ҡалмай. Бының өсөн социаль өлкә, ололар өсөн кәрәкле инфраструктураның барлығы, уңайлы шарттарҙың булдырылыуы мөмкин. Бына ошоларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән, республикабыҙҙа мауыҡтырғыс һәм күптәр яратҡан “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты бар. Был программа 2019 йылдан эшләй. Ул махсус рәүештә оло йәштәгеләр өсөн булдырылды һәм хаҡлы ялдағыларға тотош республика буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ауыл кешеләре Өфөгә килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле, тарихи урындарында була, ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, төбәгебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә барып, көнкүреш үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Был ғына түгел, проектҡа ярашлы, өлкән йәштәгеләр тормошон күпкә күркәмерәк итеү өсөн башҡа ғәмәлдәр ҙә ҡаралған. Ошолар хаҡында тулыраҡ бәйән итмәксебеҙ.

Шулай итеп, 2020 йылдан Башҡортостанда өлкән быуын өсөн туризм тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнде: был йылдың 9 сентябрендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” тип аталған проект старт алды. Ул ҡатнашыусыларға тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай мәҙәни мираҫы, шулай уҡ бығаса билдәле булмаған үҙенсәлекле мөйөштәре тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Программа бер-ике көнгә иҫәпләнеп, республика биләмәһендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр, ҡорамдар менән танышыуҙы үҙ эсенә алды. Ошо уҡ ваҡытта, 2020 йылдың  9-10 сентябрендә, иң тәүге ике социаль турҙа Өфө ҡалаһында йәшәгән “алтын” һәм “көмөш” йәш вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың сәйәхәте уңайлы автобустарҙа ойошторолдо. Хаҡлы ялдағылар, Ғафури, Мәләүез һәм Ишембай райондарында булып, ошо төбәктең иҫтәлекле урындары менән танышты. Уларға “Торатау” геопаркы биләмәһендәге уҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ объекттар, Красноусол минерал һыуҙар сығанағы, Еҙем йылғаһы, Уҡлыҡая, Мәләүез районындағы Воскресенск картина галереяһы оҡшаны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған был проект өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын ете төп йүнәлеш аша күтәреү өсөн барлыҡҡа килгән. Улар – сәләмәтлек, белем алыу, туризм, физик культура, мәҙәниәт һәм ижад, ирекмәнлек һәм мәшғүллек. Биш йыл эсендә төрлө сараларҙа бер миллиондан ашыу, шул иҫәптән былтыр 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был өлкән йәштәгеләрҙең (936,3 мең кеше) 50 процент тирәһен тәшкил итә. Әйткәндәй, уларҙың күберәк өлөшө –  70 проценттан ашыуы – Краснокама, Мишкә райондарында, Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында теркәлгән.

Үрҙә әйтеп үтелгән йүнәлештәр араһында туризм өҫтөнлөк итә: 56 меңдән ашыу кеше төрлө эксурсияларҙа ҡатнашҡан, шул иҫәптән ике йыл элек – Беларусь Республикаһына, былтыр Үзбәкстанға сәйәхәттәр ҡылынған. Әйткәндәй, 2022 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлеге. Туризм” проектына ярашлы, оло йәштәгеләр йыл һайын Беларусь Республикаһына барыу мөмкинлегенә эйә.

“Сәләмәтлек” йүнәлеше буйынса 35 мең тирәһе кеше “Йөрәк маршруты” акцияһында ҡатнашҡан, төрлө сирҙәрҙән иҫкәртеү тикшереүе үткән. 250 мең кеше иһә физкультура-һауыҡтырыу сараларына йәлеп ителгән. Уларҙың 3626-һы ГТО (“Оборонаға һәм хеҙмәткә әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырған өсөн 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған. 3,5 мең кеше уҡыған, шул уҡ ваҡытта 2392 кеше ике мең һумлыҡ сертификатты файҙаланған. Быйыл был сумма дүрт мең һумға тиклем күтәрелер, тип көтөлә. 10 мең өлкән йәштәге кеше ирекмәнлек йүнәлешенә йәлеп ителгән һәм “Башҡортостан лотоһы” уйындар лотоһына эшләүҙә ҡатнашҡан. Мәҙәни сараларҙа 200 мең кеше ҡатнашҡан.

Быйылдан “Башҡортостанда оҙон ғүмер” төбәк программаһына оҫталыҡ дәрестәре, финанс грамоталылығы, көндөҙгө үҙәктәр булдырыласаҡ тип көтөлә.

Ир-аттар ҙа әүҙемерәк ҡушылһын

Һөҙөмтәлә Башҡортостанда бишенсе йыл "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһы тормошҡа ашырыла, ул өлкән йәштәге граждандарҙың әүҙем ғүмерен оҙайтырға тейеш. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, былтыр программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был – республикала йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең яртыһы тиерлек (йәмғеһе 936,3 мең кеше).

Сараларға иң әүҙем ҡушылыусылар – Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай халҡы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектта ҡатнашҡан өлкән йәштәге кешеләрҙең күпселегенең ҡатын-ҡыҙҙар икәнлеге хаҡында әйтте. Был республикалағы оло йәштәгеләр структураһы менән аңлатыла, тип билдәләне ул. Тағы республика етәксеһе Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәш булһа ла, ир-егеттәрҙең бер нисә йылға кәмерәк булыуына борсолоуын, ошо сәбәпле, ир-егеттәрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында уйларға тейешле мәсьәлә икәнлеге тураһында белдерҙе. Һөҙөмтәлә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһына күберәк ир-егеттәр йәлеп ителәсәк.

Төбәк программаһы раҫланды

2025 – 2030 йылдарға “Башҡортостанда оҙон ғүмер” төбәк программаһы Башҡортостанда йәшәүсе өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон, сәләмәт тормошон оҙайтыу өсөн ҡабул ителгән төбәк программалары саралары планын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Программа Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән “Ғаилә” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы раҫланған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ойоштороу комитеты барлыҡҡа килгән. Республиканың муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының башҡарма власть органдарына “Башҡортостанда оҙон ғүмер” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылған. Программаның тормошҡа ашырылыуы тураһында ай һайын республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына хәбәр ителәсәк.

Программа 2030 йылға өлкән быуын вәкилдәренең тормошҡа ашырылған сараларға йәлеп ителеүен оло йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 38,7 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота (2025 йылда –  32,5 процент). Һөҙөмтәлә Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын эҙмә-эҙлекле арттырыу күҙаллана. 2025 йылда ул 74 йәш тәшкил итергә тейеш (2024 йылда — 73,2 йәш). Биш йыл эсендә физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән оло йәштәгеләр һаны бер нисә тапҡырға артасаҡ тип күҙаллана: 2025 йылда 18,3 проценттан 2030 йылда 45 процентҡа тиклем.

ӘЙТКӘНДӘЙ...

*Республикала 900 меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше йәшәй.

*”Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты ете бүлектән тора: “Һаулыҡ”, “Туризм”, “Физик культура”, “Мәҙәниәт һәм ижад”, “Ирекмәнлек һәм остазлыҡ”, “Өлкән быуын граждандарының мәшғүллек һәм килем кимәлен күтәреү”, шулай уҡ “Өлкән быуын граждандарын уҡытыу”.  Әйткәндәй, проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фондынан ярҙам ала.

*Һәр аҙнаның шишәмбеһендә иртәнге 8-ҙән 10 сәғәткә тиклем “Сәләмәтлек” йүнәлеше буйынса “Көмөш йәш сәғәт”тәре үткәрелә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәше 60-тан уҙғандарға һаулыҡ сәғәттәрен ойоштора.

*Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Өлкән йәштәге граждандарға белем биреү” йүнәлешенә ярашлы, мауыҡтырғыс программаларҙа, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял сараларында ҡатнашыу өсөн ике мең һумлыҡ сертификаттар бирә.

*Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы “Туризм” йүнәлеше буйынса республика, шулай уҡ унан ситтә лә (Беларусь Республикаһында ла) экскурсия турҙары ойоштора.

*”Физик культура”  бүлегенә ярашлы, Спорт министрлығы тарафынан республиканың райондарында һәм ҡалаларында спорт һәм сәләмәтлек төркөмдәре булдырылған, шулай уҡ ГТО (Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексы) нормативтарын алтын миҙалға  үтәгән  60 йәшлектәргә һәм унан өлкәндәргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла.

*”Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлеше буйынса иһә күп кеше ҡатнашҡан һәм ял саралары үткәрелә.

*”Ирекмәнлек һәм остазлыҡ” йүнәлеше буйынса өлкән йәштәгеләр халыҡ-ара “Еңеү диктанты”, Бөтә Рәсәй “Ҡыҙыл ҡәнәфер”, “Һуғыштың утлы картиналары” , “Шәмде ҡабыҙам” һәм башҡа акцияларҙа ҡатнаша.

*Һәр айҙың һуңғы эш йомаһында тотош республика буйынса “көмөш” йәштәгеләр өсөн “Өлкән йәштәге граждандарҙың хеҙмәт һәм социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеү буйынса берҙәм көнө” “Өлкән быуын граждандарының мәшғүллеге һәм килем кимәлен күтәреү” йүнәлешенә ярашлы атҡарыла.

*Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан республика ҡалаларында һәм райондарында тормошҡа ашырылған ”Мәҙәниәт һәм ижад” йүнәлеше ҙур һорау менән файҙалана. Уларҙа 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

*”Туризм” йүнәлеше лә популяр. Проект тормошҡа ашырылған йылдарҙа барлығы 57 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

*Проекттың барлыҡ йүнәлештәре лә өлкән йәштәгеләрҙе әүҙем, һөҙөмтәлә уларҙың һау һәм оҙон ғүмерен оҙонайтыуға йүнәлтелгән.

ОШО ХАҠТА БЕЛЕҮ МӨҺИМ:

*Проектта ҡанташыу пенсионерҙар өсөн тулыһынса бушлай, ул йылына бер тапҡыр бирелә. Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә, сәйәхәт йүнәлешен, уңайлы маршрут һәм ваҡытты һайларға кәрәк.

*“Нарыҫтауға экскурсия. “Изге Ғәли” сығанағы, “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы”, “Святые Кустики” монас­тыры, “Шүлгәнташ” мәмерйәһенә сәйәхәттәргә ихтыяж ҙур.

*“Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” социаль проектында Башҡортостан биләмәһендә даими теркәлгән граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡ­ҡандар. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Сәйәхәт итеү бушлай.

Рәйлә НУРИЕВА, хаҡлы ялда, Өфө ҡалаһы:

 – “Башҡортостанда оҙон ғү­мер­. Туризм” про­екты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡал­­дыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡ­шы­раҡ белергә, яңы асыш­тарға булышлыҡ итеп кенә ҡалмайынса, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөм­кинлектәр тыуҙыра, был оло быуын кеше­лә­ре өсөн айырыуса мөһим. 

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов, https://dolgoletie.bashkortostan.ru

 

Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Һәммәһенә лә оҙон, сәләмәт ғүмер!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: