Бөтә яңылыҡтар
10

"Ғаилә ипотекаһы" менән икенсел торлаҡ алырға мөмкин буласаҡ

2025 йылдың 1 апреленән “Ғаилә ипотекаһы” программаһы буйынса күп фатирлы йорттарҙа икенсел торлаҡ һатып алыу мөмкин буласаҡ. ДОМ.РФ сайтындағы исемлеккә республиканың 14 ҡалаһы ингән: Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Ағиҙел, Межгорье, Күмертау, Салауат һәм Сибай.

Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте “Ғаилә ипотекаһы”н 2030 йылға тиклем оҙайтҡайны. Бөтә ил буйынса 901 ҡалала ташламалы шарттарҙа әҙер йортта фатир һатып алырға мөмкин. Исемлек   наш.дом.рф. Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһына нигеҙләнеп төҙөлгән. Уға 2025 йыл башына ике һәм унан әҙерәк күп фатирлы йорт төҙөлгән ҡалалар индерелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Ғаилә ипотекаһы” программаһының эше киңәйтелгәйне. РФ Финанс министрлығы ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың 1 апреленән торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ипотеканы төҙөлөш күләме түбән булған ҡалаларҙа икенсел баҙарҙа алырға мөмкин. Программа буйынса ғәмәлдәге ипотека кредитын рефинанслау мөмкин түгел.

Йылына 6 процент ставкаһы буйынса “Ғаилә ипотекаһы”на 6 йәшкә тиклемге бер һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр хоҡуҡлы. Әҙер фатирҙы авария хәлендә тип танылмаған, 20 йылдан ашыу ултырмаған күп фатирлы йорттан һатып алырға мөмкин. Икенсел баҙарҙа фатирҙы льготалы шарттарҙа бер тапҡыр ғына һатып алырға мөмкин. Балалы ғаиләләр өсөн льготалы программа шарттары менән тулыраҡ һылтанма (ссылке)  буйынса танышырға мөмкин.

Башҡортостан Төҙөлөш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/708448/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: