Бөтә яңылыҡтар
10

“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 2030 йылға тиклем юғары һәм һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусы студенттар һаны кәмеүгә барасаҡ, шул сәбәпле һәр квалификациялы белгес өсөн “көрәш” дауам итеүе ихтимал.

“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк
“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк

Яңыраҡ “Башинформ” агентлығында үткән “Башҡортостанда хеҙмәт баҙарының үҫеше: яңы мөмкинлектәр һәм перспективалар” тип аталған түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеү, моғайын, республикала йәшәгән халыҡтың күпселегенә ҡағыла торғандыр. Сарала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина, республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов, “Рәсәй студенттар отрядтары” йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең идара рәйесе Ирина Сухарева ҡатнашты. Төп темаларҙың береһе – республикала 18 апрелдә үтәсәк Бөтә Рәсәй хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабы. “Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе бына өсөнсө йыл инде илдә иң төп ваҡиғаларҙың береһенә әүерелә бара. Былтыр ошо сара ярҙамында республикала 3,5 меңгә яҡын кеше эшкә урынлаштырылды.

Түңәрәк өҫтәлдә киләһе йәрминкәне үткәреү  концепцияһы, иҡтисадтың төп тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү, перспективалы һөнәрҙәрҙе һәм карьера мөмкинлектәрен асыҡлау бурыстары ҡаралды. Спикерҙар хеҙмәткә нисек дөрөҫ урынлашыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легализациялау, “һоро” эш хаҡы, мутлашыусы ойошмаларҙы асыҡлау тураһында файҙалы кәңәштәр бирҙе. Апрелдә үтәсәк Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең тәүге этабында үҙҙәренең вакансияһын тәҡдим итәсәк 350-нән ашыу компания ҡатнашасаҡ. Бында шулай уҡ профессионаллеккә тест үтеү, эш биреүселәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышыу өсөн мөмкинлек буласаҡ.

– Беҙ мәшғүллек хеҙмәтен заманса “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгенә үҙгәртеп ҡорҙоҡ һәм хәҙер беҙҙең төп партнерыбыҙ – эш биреүсе, ә төп бурысыбыҙ – уға квалификациялы персонал һайлау. Былтыр республикабыҙ компанияларына байтаҡ белгестәрҙе йәлеп иттек. Быйыл беҙ йәрминкәлә ҡатнашыусы предприятиеларҙы һайлауға айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән киләбеҙ, шуға күрә яҡшы хеҙмәт шарттарына эйә вакансиялар күп буласаҡ, – тине министр Ленара Иванова.  

Йәрминкәнең төп майҙаны, әлбиттә, Өфөлә үтәсәк. Сара ике урында ойошторола, береһе – “Торатау” конгресс холында. Бында илле компания ҡатнашлығында эш биреүселәр күргәҙмәһе менән танышырға, һөҙөмтәле бизнес стратегияһын төҙөү ысулы авторы, эшҡыуар Николай Фурсов менән осрашыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Инвалидлыҡҡа эйә кешеләр “Магнит” компанияһына инклюзив хеҙмәткә урынлашыу буйынса кәңәшмәгә саҡырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым майҙан эшләйәсәк. Вуз-ара студенттар кампусында “Һинең һөнәрең” майҙаны профессиональ йүнәлеш алыуға арнала. Йәрминкә саралары бөтә республика буйынса дауам итәсәк.

Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ һаҡлана, 76 проценты эшсе кадрҙарына ихтыяж кисерә. Йәрминкәлә ҡатнашыусы эш биреүселәрҙең яуаплы, ышаныслы  булыуҙарын билдәләп, министр эш хаҡының юғарылығын да билдәләне. Мәҫәлән, “Гидравлика”ла квалификациялы токарҙың эш хаҡы 150 мең һумдан артыуы, “Водоканал” эшсеһенең, “Башавтотранс” водителенең эш хаҡы 80-90 мең һум тәшкил итеүе ихтимал. Ғөмүмән, министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика предприятиелары юғары квалификациялы кадрҙарҙы ҡушҡуллап ҡаршыларға әҙер. Татьяна Астрелина, эш тәжрибәһенә таянып, тап эш хаҡын билдәләүҙә йәшертен алдашыу осраҡтарының булыу ихтималлығын иҫкәртеп, нимәләргә иғтибар итеү кәрәклеген әйтеп үтте.

“Мутлашыусы эш биреүселәр тоҙағына эләкмәү өсөн уларҙы асыҡ билдәләгән төп индикаторҙарға күҙ һалығыҙ”, тип кәңәш бирҙе хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе. Әгәр ҙә эш биреүсе хеҙмәт килешеүе төҙөү алдынан стажировка үтеү кәрәклеген талап итһә йәки үҙмәшғүл булырға өндәһә, бындай компания янына яҡын да юламағыҙ. Икенсе осраҡта хеҙмәт килешеүе лә төҙөлгән, эш хаҡы ла билдәләнгән, тик эш биреүсе эш хаҡын ҡағыҙҙа минималь хеҙмәткә түләү күләмендә генә күрһәтеп, ғәмәлдә эшсегә ике-өс тапҡырға күберәк түләргә вәғәҙә итә. Эйе, эшсенең бер нисә ай шулай ығы-зығыһыҙ ғына түләүҙәрҙе алыуы мөмкин, тик, тәжрибәнән күренеүенсә, аҙаҡ МРОТ менән генә ҡалғандар ҙа етерлек. Эш биреүсе белгестәрҙе йәлеп итер өсөн яҡшы эш шарттары, заманса ҡорамалдар вәғәҙә итергә әүәҫ. Тик эш урыны менән яҡындан танышмайынса, үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә хеҙмәт килешеүе төҙөргә ашыҡмағыҙ, тип иҫкәртә Татьяна Николаевна. “Тикшереү ваҡытында үткән быуаттың 60-70-се йылдарында етештерелгән боронғо станоктар, 50-се йылдарҙа сығарылған күҙлектәр, иҫке ҡорамалдарҙы күреп, хайран ҡалған ваҡыттар булғылай. Махсус кейем, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәсәктәрме – эш биреүсенән тартынмайынса бар һорауҙарға яуап алырға кәрәк. Законды һанға һуҡмаған, уны үтәүҙән баш тартҡан эш биреүселәр, теркәлмәгән мәшғүллек менән көрәш дауам итәсәк”, тине эксперттар. “Беҙҙең бөтә эш биреүселәрҙе тикшереү мөмкинлегебеҙ юҡ. Бары асыҡланған билдәле факттар буйынса ғына тикшерәбеҙ. Һәр бәхетһеҙлек осрағы тап шундай теркәлмәгән ойошмаларҙа күҙәтелә лә инде”, – тине Татьяна  Астрелина. Күҙаллауҙар буйынса, 2030 йылға тиклем юғары һәм һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусы студенттар һаны кәмеүгә барасаҡ, һәр квалификациялы белгес өсөн “көрәш” дауам итәсәк, кәрәкле хеҙмәткәрҙәрҙе ебәрмәйенсә тотоу мәсьәләһен бары юғары эш хаҡы, эш урындарын яңыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү генә хәл итә аласаҡ, тигән һығымта яһаны эксперттар.

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ридан Әхйәмов әйтеүенсә, төбәктә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,42 процент тәшкил итә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле лә түбән – 1,4 процент. Шуның менән бергә республикала 34 меңдән ашыу вакантлы эш урыны һәм туғыҙ мең теркәлгән эшһеҙ бар. ”Эшһеҙлек кимәле бик түбән, ә кадрҙарға ихтыяж юғары. Тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы кимәле – 70 мең һумдан күберәк, тик был дауахана буйынса уртаса температура кеүек. Ҡайһы бер белгестәрҙең юғары эш хаҡы 100 мең һумдан артыуы соискателгә тәҡдим ителгән эш хаҡының дөйөм кимәлен күтәрә”, – тип белдергән етәксенең һүҙҙәрендә дөрөҫлөк ярылып ята. Эшсе һөнәрҙәре агросәнәғәт өлкәһендә лә ҙур һорау менән файҙалана. Ауыл хужалығы һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә, заманса фермалар төҙөүселәр, монтажсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре талап ителәсәк.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, махсус хәрби операция ветерандарын эш менән тәьмин итеү яңыраҡ башланыуына ҡарамаҫан, социаль яуаплы  эш биреүселәр шунда уҡ уны хәл итеүгә әҙерлектәрен белдергән. Был йәһәттән ҡаршылыҡтар булмауына, егеттәрҙең лайыҡлы эш хаҡы түләнгән, күңеленә ятҡан һөнәрҙәргә эйә булыуына өмөт ҙур.

Динә Арыҫланова.

Валерий Шахов фотолары.

“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк
“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк
“Проффест” йәрминкәһе эш тәҡдим итәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: