Башҡортостандан 7 йәшлек малайға ғаилә эҙләйҙәр.
Исеме – Тимур. Ул алсаҡ, изге күңелле, һәләтле. Хеҙмәт һәм ИЗО дәрестәрен ярата икән. Тимур мәктәптәге сараларҙа, ижади конкурстарҙа һәм тхэквондо буйынса ярыштарҙа ҡатнашырға ярата.
Башҡаларға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Тәрбиәселәре лә, тиҫтерҙәре лә уның менән еңел тип белдерә.
Был мәғлүмәтте, бәлки, уллы булырға хыялланған ата-әсә күреп ҡалыр ҙа Тимурҙы ла, үҙҙәрен дә бәхетле итер?..
Тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөгә (347) 218-03-62 телефон һандарына шылтыратып белә алаһығыҙ.