Бөтә яңылыҡтар
10

"Ҡәһәрле" ауыл хәҙер нисек йәшәй?

2023 йылда ла экстрасенстар килгәйне, хәтерләйһегеҙме? Ул ваҡытта Белорет районы ауылдарының береһенә тәғәйенләп. Ауыл халҡы һөйләүенсә, һуңғы 40 йылда уларҙа 15 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып теге донъяға киткән, ә 2023 йылдың йәйендә өс кеше шундай үлемде һайлаған. Экстрасенстар бында бер нисә ритуал үткәргән, ә береһе ауылға ниндәйҙер сихыр һалыныуын, шуның арҡаһында кешеләрҙең эскелеккә һәм эшһеҙлеккә дусар булыуына шик белдергән. Хәҙер Боғанаҡта хәлдәр нисек һуң? Ошо һорауға Әзекәй ауыл биләмәһе башлығы Нажиә Вәлиева былай тип яуап биргән: 

"Ҡәһәрле" ауыл хәҙер нисек йәшәй?
"Ҡәһәрле" ауыл хәҙер нисек йәшәй?

2023 йылда ла экстрасенстар килгәйне, хәтерләйһегеҙме? Ул ваҡытта Белорет районы ауылдарының береһенә. Ауыл халҡы һөйләүенсә, һуңғы 40 йылда уларҙа 15 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып теге донъяға киткән, ә 2023 йылдың йәйендә өс кеше шундай үлемде һайлаған. Экстрасенстар бында бер нисә ритуал үткәргән, ә береһе ауылға ниндәйҙер сихыр һалыныуын, шуның арҡаһында кешеләрҙең эскелеккә һәм эшһеҙлеккә дусар булыуына шик белдергән.

Хәҙер Боғанаҡта хәлдәр нисек һуң? Ошо һорауға Әзекәй ауыл биләмәһе башлығы Нажиә Вәлиева: “Үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше юҡ тиһәң дә була. Анығырағы бер нисәү булды, күп түгел. Хәҙер беҙҙә хәл тотороҡло. 2024 йылда тыныс булды”, тип яуап биргән.

Бәлки, шулайҙыр ҙа. Шул уҡ ваҡытта UFA1 хәбәрселәре Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына төбәктә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар статистикаһын һорап мөрәжәғәт иткән. 2024 йылда Белорет районы ул йәһәттән алда тора – 31 кеше шул юл менән теге донъяға киткән...

Ул ваҡыттан йыл ярым ваҡыт үткәс, экстрасенстар Шаран районының Өммәт ауылына килде. Бында шундай уҡ хәл күҙәтелә икән – үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар күп. Хәл үҙгәрерме – ваҡыт күрһәтер.

Ә шулай ҙа кешеләр үҙҙәре аңлы рәүештә мәсьәләнең төбөнә төшһөн ине: бәлки, бар сәбәп эскелектәлер?..

Фото: социаль селтәрҙән.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: