Бөтә яңылыҡтар
10

Был афәт әле һаман янай

Был һүҙ грек теленән алынған һәм ойоп ҡалыу, һиҙемләү бөтөү тигән мәғәнәне аңлата. Шуныһы аяныслы.

Был афәт әле һаман янай
Был афәт әле һаман янай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был насар ғәҙәттәрҙең зыяны тураһында әллә күпме хәбәр ителһә лә,  наркотик ҡулланыусылар һаны бер ҙә кәмемәй. “Наркотик” һүҙе грек теленән алынған һәм ойоп ҡалыу, һиҙемләү бөтөү тигән мәғәнәне аңлата.

Шуныһы аяныслы: наркотиктарға бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре бик тиҙ өйрәнә, психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә йәш быуын вәкилдәренең нервы системаһы таушала, кеше хәлһеҙләнә. Ошо афәт һөҙөмтәһендә әллә күпме йәш ғүмерҙәр юғала. Тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, кеше кешелеклелеген юғалта, әллә күпме фажиғәләр теркәлә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был афәт һәр кемгә ҡағылырға мөмкин. Көсөргәнешлелек, стреслы хәлдәрҙең күбәйеүе, билдәһеҙлек, тотороҡһоҙлоҡ йәш быуын вәкилдәрендә наркотик матдәләр ҡулланыу кеүек кире күренештәрҙе арттыра, шуға күрә бала саҡтан һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш булырға, сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән дуҫ булырға кәрәк.

Ғүмерҙең һәр көнө ҡәҙерле икәнен хәтерҙән сығарырға ярамай. Һәр кем үҙ һаулығына яуаплы мөнәсәбәт булдырырға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға, бәлиғ булмағандарҙа тәмәке тартырға, алкоголгә, наркотиктар ҡулланыуға кире мөнәсәбәт булдырырға тейеш.

Был афәтте “ауыҙлыҡлау” өсөн төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында амбулатор-поликлиника бүлексәләрендә бушлай, аноним консультациялар һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр, шул иҫәптән табип-психиатр-нарколог һәм медицина психологы консультациялары биреү маҡсатында “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә, китап күргәҙмәләре, наркотиктарға ҡаршы тематикаға мәғлүмәт стендтары ойошторола.

Тикшереү һәм рейд саралары наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге енәйәттәрҙе һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, туҡтатыу өсөн бәлиғ булмағандарҙың күпләп йәшәгән урындарында үтә.

Зиннәт (исеме үҙгәртеп алынды):

 – Бынан биш-алты йыл элек үҙемдән күпкә өлкәнерәк йәштәгеләр компанияһына барып эләктем. “Эре”,”текә” булып күренеү теләге бик көслө ине шул. Һөҙөмтәлә наркоманлыҡ юлына баҫыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер терһәкте тешләрҙәй булам да бит, тик был юлдан “кире боролоуы” еңел түгел. Шуға күрә йәштәргә минең кеүек яуапһыҙ булмауҙарын теләйем.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: