Бөтә яңылыҡтар
10

Үҫмерҙәр поезда ташламалы хаҡҡа йөрөй аласаҡ

Бындай ташлама ошо йәш категорияһындағы бөтә балалар өсөн ғәмәлдә буласаҡ, йәғни үҫмерҙең ҡайҙа, ниндәй формала уҡыуы иҫәпкә алынмай, уҡыу йортонан белешмә кәрәкмәй. 

Үҫмерҙәр поезда ташламалы хаҡҡа йөрөй аласаҡ
Үҫмерҙәр поезда ташламалы хаҡҡа йөрөй аласаҡ

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт (ФАС) алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа 10 йәштән 18 йәшкә тиклемге пассажирҙар өсөн даими ташлама билдәләргә ниәтләй. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, Хөкүмәт ҡушыуы буйынса тейешле бойороҡ проекттары әҙерләнгән. Бындай ташлама ошо йәш категорияһындағы бөтә балалар өсөн ғәмәлдә буласаҡ, йәғни үҫмерҙең ҡайҙа, ниндәй формала уҡыуы иҫәпкә алынмай, уҡыу йортонан белешмә кәрәкмәй.

Поезға ингәндә берҙән-бер мотлаҡ документ – шәхес танытмаһы, йәғни тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки паспорт.

Әлеге ваҡытта, әгәр айырым урын биләмәһә, биш йәшкә тиклемге балалар бушлай йөрөй ала. 10 йәштән кесерәк пассажирҙар өсөн балалар тарифы ҡаралған. Ул вагон тибына һәм поездың класына ҡарап, өлкәндәр өсөн билет хаҡының 35 проценттан 70 процентҡа тиклем өлөшөнә тиң.

Монополияға ҡаршы орган фекеренсә, яңы ташламалар системаһын индереү балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәйәхәт итеү мөмкинлеген арттырасаҡ, шулай уҡ ғаиләләргә һиҙелерлек финанс ярҙам буласаҡ.

Бынан алда, 19 февралдә, Транспорт министрлығында Дәүләт Думаһының Яңы йыл байрамдары осоронда алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа студенттар өсөн өҫтәмә льготалар индереү тураһындағы башланғысын хупланылар. Әммә ведомство аныҡ хаҡ билдәләүгә ҡаршы сыҡты, сөнки был пассажир ташыусыларҙы байтаҡ финанс юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-03-24/fas-vvedet-skidku-dlya-podrostkov-na-bilety-v-poezda-dalnego-sledovaniya-4169589

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: