Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәгән Юнысовтар ғаиләһе йылы ҡосаҡтарына ҡарауһыҙ ҡалған бер туғандарҙы һыйындырған. Һөйөү һәм хәстәрлек хөкөм иткән был ғаилә күптәр өсөн яҡшы өлгө.
Рәүилә Вәкил ҡыҙы һәм Айнур Әбделхәй улы Юнысовтар балаларҙы тәрбиәгә алыу менән бергә уларға һәр яҡлап ярҙам итә, күңелле йәшәү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Айнур Әбделхәй улы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын атҡара, ә Рәүилә Вәкил ҡыҙы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өлкән улдары Савелий 3-сө класта уҡый, спортта уңыштар яулай, кинйәләре Сергей балалар баҡсаһына йөрөй, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Малайҙар икеһе лә ата-әсәләренә шәхси хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә ярата. Савелий айырыуса кәзәләрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл, улар тураһында даими хәстәрлек күрә.
Юнысовтар – берҙәм команда, ҡайҙа барһалар ҙа бергәләр. Ҡышын саңғыла, йәй етһә – велосипедта. Район конкурстарында, мәктәп сараларында күмәкләп ҡатнашалар. Рәүилә Вәкил ҡыҙы улдарының дәрес әҙерләүенә, ижадына иғтибар бирә, ә Айнур Әбделхәй улы улдарын ғәҙеллеккә, ярҙамсыллыҡҡа, йорт эштәренә үҙ өлгөһөндә өйрәтә.
Савелий менән Сергей уларҙы тәүге көндәрҙән үк “атай-әсәй” тип йөрөтә, үҙҙәрен берҙәм ғаиләнең өләшө тип иҫәпләй. Юнысовтар йорттарында йылы, тыныс мөхит тыуҙыра алыуҙары менән бәхетле. Балаларҙың конкурстарҙа ҡатнашҡаны өсөн грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе ғаиләнең үҫеүе һәм башҡаларҙы рухландырып йәшәүе тураһында һөйләй.
“Иң мөһиме – балалар үҙҙәрен яратҡанды һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуыбыҙҙы тойһон, ышанһын “, – ти ирле-ҡатынлы Юнысовтар.