Бөгөн, 27 мартта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында былтыр “Салют” реабилитация комплексы асылған.
– Көн һайын унда 400-гә яҡын бала килә, йылына – 18 меңгә яҡын. “Салют”та табиптарҙан, педагогтарҙан, психологтарҙан торған ведомство-ара команда эшләй. Һәр бала өсөн уның үҙенсәлектәренә һәм ихтыяждарына яраҡлаштырылған реабилитация сараларының айырым бер йыллыҡ планы эшләнә.
Бында бер айҙан 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар һәм үҙәк һәм периферик нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, соматик патологиялар, генетик һәм психик ауырыуҙар, аутистик спектр боҙолоуы, шулай уҡ күреү һәм ишетеү һәләте боҙолоуы күҙәтелгән балалар комплекслы реабилитация үтә, – тине Ленара Иванова.
Фото: veteranrb.ru.